Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis)

Просмотров: 598

БОЛОН СПИРУЛИНАҺЫ (Spirulina platensis), еп һымаҡ зәңгәрһыу йәшел ылымыҡ төрө. Күҙәнәктәре тура мөйөш формаһында йәки квадрат, оҙонлоғо 2—6 мкм, киңлегенән 2—3 тапҡырға бәләкәйерәк, йомро. Кәҫлектәре сағыу зәңгәрһыу йәшел. Трихомаһы зәңгәрһыу йәшел, киңлеге 6—8 мкм, бер аҙ быуылған, ҡайһы ваҡыт грануляциялы, осона табан тараймаған йәки бер аҙ тарайған (диам. 26—36 мкм булған дөрөҫ төҙөлөшлө спираль барлыҡҡа килтерә, әйләнеш араһы 43—57 мкм). Күҙәнәктәр бүленеү юлы м‑н үрсей. Һыуҙа үҫә. Башҡортостанда Ағиҙел й. урта ағымында ғына табылған. Б.с. нигеҙендә эшләнгән препараттар медицинала ҡулланыла. Һирәк осраған ылымыҡ төрө.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019