Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 1064

СПОРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, башлыса споралар м‑н үрсегән һәм таралған организмдар. Яҡынса 70 мең төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 1600‑ҙән ашыу төрө үҫә. Ябай төҙөлөшлө (ылымыҡтар) һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө (мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, күп ҡаҙылма үҫемлектәр) С.ү. айырыла. С.ү., ғәҙәттә, бәшмәктәр һәм лишайниктар инә. С.ү. орлоҡ м‑н үрсегән һәм таралған яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәргә ҡаршы ҡуйыла, ләкин орлоҡло үҫемлектәрҙең һеркә бөртөгө (һеркәлектәрҙә) һәм яралғы тоҡсайы (орлоҡ бөрөләрендә) ябай төҙөлөшлө споралыларҙың спораларына оҡшаш. Ябай төҙөлөшлө С.ү. енесһеҙ үрсеүе — хәрәкәтсән зооспоралар, хәрәкәтһеҙ апланоспоралар, енесле үрсеүе зигоспоралар, ооспоралар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡатмарлы төҙөлөшлө С.ү. енесһеҙ үрсеүе спорофиттарҙың спорангияларында барлыҡҡа килгән споралар ярҙамында бара (енесһеҙ быуындар). Ябай төҙөлөшлө С.ү. — һыу экосистемаларындағы органик матдәләр һәм кислородтың төп продуценттары, биосферала кальций, кремний һ.б. элементтарҙың әйләнешендә ҡатнашалар, һыу хайуандары өсөн аҙыҡ булып торалар, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә тәьҫир итәләр. С.ү. араһында декоратив үҫемлектәр (абаға һәм көкөрт үләндәре), дарыу үҫемлектәре (ир туйыр абағаһы, баҫыу ҡырҡбыуыны һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ламинария, ҡаҙаяҡ һ.б.) бар. Ябай төҙөлөшлө споралылар мал аҙығына өҫтәмәләр алыу өсөн ҡулланыла,  ҡатмарлы төҙөлөшлөләрен (ҡаты япраҡтары һәм алкалоидтар булыуы сәбәпле) мал ашамай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 42 С.ү. индерелгән, шуларҙан еп һымаҡ хара ылымығы — ябай төҙөлөшлө, башҡа төрҙәре (альп вудсияһы, ваҡ пелекиум, виргиния тәлгәшле абағаһы, йәшел дикранум, Дайк бөрсөклө абағаһы, ябай көкөртлөкәй һ.б.) ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр булып тора.

И.Е.Дубовик,С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019