Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРОСҮЛӘН

Просмотров: 668

ҠОРОСҮЛӘН (Ononis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Евразияның көнбайыш өлөшөндә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда баҫыу Ҡ. үҫә. Күп башлы ҡыҫҡа тамырһабағы һәм оҙон ағасланған тамыры булған күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, төбөндә ағасҡа әйләнеүсән, миләүшә‑ҡыҙыл, бейеклеге 30— 80 см. Япрағы сиратлы, һаплы; аҫҡылары һәм уртансылары өсәрле; өҫкөләре ябай; япраҡ эргәлектәре эре, йомортҡа формаһында, һабаҡты уратып алған. Япрағы оҙонса‑эллипс формаһында, тешле, йәбешкәк, насар еҫле, уртансыһы оҙон һаплы, ян‑яҡтағылары ултырма тиерлек. Сәскәһе эре, алһыу йәки аҡһыл (каса япраҡсаһы төклө, һеркәстәре берләшкән), сәскә яны япраҡтарының ҡолаҡсындарында 2‑шәрләп урынлашҡан, ҡуйы башаҡ һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — биҙле‑йөнтәҫ, овал ҡуҙаҡ, каса япраҡсаһынан ҡыҫҡараҡ, июль—авг. өлгөрә. Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Дәүләкән, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Хәйбулла р‑ндарында һыубаҫар болондарҙа, йылға ярҙарында тоҙло тупраҡта үҫә. Баллы үҫемлек. Ер өҫтөндәге өлөштәрен туҡыманы һары‑йәшел төҫкә буяу өсөн ҡулланғандар. Йәш япраҡтары ашарға яраҡлы. Дарыу үҫемлектәре. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: