Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы

Просмотров: 1149

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы (23.11.1959, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Солтанғужа а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Таштуғай а.), актёр. РФ‑тың халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998) артисы, БР‑ҙың халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не (1986; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2005) тамамлаған. 1986 й. алып Башҡ. дәүләт академия драма театрында эшләй: актёр, бер үк ваҡытта 2000—06 йй., 2011—12 йй. башлап директор, 2006—11 йй. директор урынбаҫары һәм 1991—2001 йй., 2009—14 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

Башлыса героик‑романтик пландағы актёр: Айтуған (“Утлы өйөрмә”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, 1986), Юлдыбай (“Башҡорт туйы”), Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”), Салауат (“Салауат. Өн аралаш ете төш”; икеһе лә — М.Кәрим). Ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы образдарына тәрән психологизм, фәлсәфәүи йүнәлеш хас: Малик (“Төнгө ҡунаҡ”, Ф.В.Боғҙанов), Шайморатов (“...Шайморатов генерал”, Ф.М.Бүләков), Темуджин (“Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге”, Н.Абдыҡадиров). Шулай уҡ фарс һәм гротеск элементтары булған комик ролдәрендә актёрҙың күп яҡлы ижади һәләте асыла: Йәмил (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Жора (“Талаҡ, талаҡ!..”), Стенька Разин (“Бибинур, ах, Бибинур!”; икеһе лә — Ф.М.Бүләков) һ.б. Репертуарында сит ил әҙәбиәте әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙәге ролдәр: Петрюс (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” — “Великодушный рогоносец”, Ф.Кроммелинк), Эгей (“Медея”, Еврипид), Доменико (“Илай белмәгән ҡатын” — “Женщина, которая не умеет плакать”, Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы буйынса), улар араһында айырыуса трагик Мак‑Мерфи образы айырылып тора (К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” — “Полёт над гнездом кукушки” романы буйынса Ә.Ә.Абушахмановтың шул уҡ исемле спектакле). Р.Киплингтың “Джунглиҙар китабы” (“Книга Джунглей”) буйынса үҙенең тәржемәһендә һәм инсценировкаһы буйынса “Маугли” спектаклен ҡуя (1995; Салауат башҡорт драма театры). К/ф ролдәре: Мәүлит (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Башҡортостан” к/ст, 2001), Тайан хан (“Сыңғыҙ хан сере” — “Тайна Чингис Хаана”, “Каропрокат” һәм “Ургэл В” к/ст “NYAMGAVAA FILM PRODUCTION” һәм “Brown Wolf Production” кинокомпаниялары менән берлектә, 2009). Р.Шарттың “Минең ҡатынымдың исеме Морис” (“Мою жену зовут Морис”), Н.М.Птушкинаның “Алдан түләйем” (“Плачу вперёд”), Р.Вальзерҙың “Якоб фон Гунтен” романы буйынса “Бенжамент институты” (“Институт Бенжамента”) һ.б. пьесаларын башҡ. теленә тәржемә итә. “Наурыҙ” Халыҡ-ара төрки халыҡтар театр (Ҡазан ҡ., 2002), “АРТ‑ОРДО” (Бишкәк ҡ., 2003), “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар (2006) фестивалдәре лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2002). Салауат Юлаев (2019), Дуҫлыҡ (2021) ордендары менән бүләкләнгән.

Әҙәб.: Башкирское театральное искусство. Хурмат Утяшев //Культурное наследие народов России. Башкиры. М., 2003; Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рецензии Уфа, 2006.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Илл.: Х.Ғ.Үтәшев Сынтимер бай ролендә (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.08.2022
Связанные темы рубрикатора: