Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУАН ЕЛ

Просмотров: 1048

ҠЫУАН ЕЛ, далаларҙа, ярымсүлдәрҙә һәм сүлдәрҙә иҫкән юғары т‑ралы (35—40°С тиклем) һәм түбән сағыштырмаса дымлылыҡлы (15—20%‑ҡа тиклем) ел. Антициклонға континенталь тропик һауа массалары инеүенә бәйле. Ел тиҙлеге 5—20 м/с, күбеһенсә көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле, 1—2 көн дауам итә. Ҡ.е. ауыл хужалығына зыян килтерә, тупраҡты һәм үҫемлектәрҙе киптерә, эрозияға булышлыҡ итә. Ҡ.е. һаҡланыу өсөн тупраҡта дым күләмен арттырыу, һауаны дымландырыу, елде көсһөҙләндереү (быуалар һәм һыуһаҡлағыстар төҙөү, урман һыҙаттары ултыртыу) б‑са, ш. иҫ. агротехник (ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек сорттарын булдырыу һ.б.) саралар үткәрелә. Геогр. урынлашыу һәм рельеф формаларының төрлөлөгө үҙенсәлектәренә бәйле БР терр‑яһында ҡоролоҡло һәм Ҡ.е. көндәр иҫәбе тигеҙ бүленмәгән һәм йылына 20—60, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа 80—90 көн тәшкил итә.

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: