Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ

Просмотров: 1293

ЛИТОСФЕРА ПЛИТАЛАРЫ ТЕКТОНИКАҺЫ, плейт-тектоника, Ер литосфераһын хәрәкәт итеүсе плиталар системаһы булараҡ ҡараған геол. теория. Континенттарҙың күсеп йөрөүе теорияһы нигеҙендә барлыҡҡа килә (А.Вегенер, 1912), 1968 й. концепция рәүешендә формалаша (Б.Изакс, К. Ле Пишон, Дж.Морган, Дж.Оливер, Л.Сайкс һ.б.). Л.п.т. б‑са, һығылмалыраҡ күсмә астеносфера өҫтөндә ятҡан ҡаты мурт литосфера ер тетрәү үҙәктәре һәм вулканизмдың интенсив сығанаҡтары зоналары (бигерәк юғары йылылыҡ ағымы зоналары) м‑н сикләнгән 7 эре һәм байтаҡ ваҡ плиталарға бүленә.

Плиталар араһындағы сиктәр дивергентлы (плиталарҙың айырылыуына килтерә — спрединг); конвергентлы [океан плитаһының континенталь йәки башҡа океан плитаһы аҫтына төшөүе (субдукция) йәки ике континенталь плитаның бәрелешеүе (коллизия) м‑н билдәләнгән плиталарҙың бер‑береһенә яҡынлашыуы]; үҙгәреүсән (үҙгәреүсән вертикаль һынылыш яҫылығы б‑са бер плитаның икенсеһенә ҡарата горизонталь шыуыуы) булыуы мөмкин. Үҙгәреүсән сиктәрҙең конвергентлылар йәки дивергентлылар м‑н бергә тура килеүе йәки өс сиктең бергә уҡмашыуы ихтимал. Спредингты субдукция ҡаплай: субдукция зоналарында йотолған океан ҡабығы майҙаны спрединг зонаһында яралған ҡабыҡ майҙанына тиң; Ерҙең дөйөм өҫтө, күләме һәм радиусы үҙгәрешһеҙ ҡала.

Плиталарҙың хәрәкәте мантия конвекцияһы тарафынан башҡарыла. Плиталар хәрәкәтенең төп механизмдарына лито- һәм астеносфералар араһындағы йәбешкәкле эләгешеү арҡаһында астеносфера ағымы м‑н плиталарҙың һөйрәлеүе; плиталарҙың абиссаль тигеҙлектәренән күпкә юғарыраҡ булыуы сәбәпле гравитация тәьҫире аҫтында уларҙы урта һырттарҙың күсәренән этәреү; үҫешкән океан литосфераһының ул сумған астеносферанан ауырыраҡ булғанға күрә субдукция зоналарына плиталарҙы тарттырыу (бигерәк тә 50 км ашыу тәрәнлектәге субдукция зонаһына тарттырылған һелте составлы тоҡомдарҙы эклогитизациялауға бәйле) инә. Уралда кембрий алдында — иртә мезозойҙа формалашҡан ҡатмарлы йыйырсыҡлы структуралар Л.п.т. закондарына бәйле.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: