Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич

Просмотров: 1185

ТОКАРЕВ Михаил Андреевич (12.2.1940, Өфө ҡ. — 23.6.2021, шунда уҡ), тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1984), профессор (1985). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ уҡытҡан: 1984 й. алып тау‑нефть факультеты деканы, 1987—2002 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу кафедраһы мөдире. Т. тарафынан нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе контролдә тотоу һәм проектлауҙың адаптациялы геология‑промысла моделдәре, нефть һәм газ коллекторҙарының структуралы‑текстуралы үҙсәнлектәрен иҫәпкә алып, балсыҡлы ҡатлауҙарҙағы түбән дебитлы скважиналар ҡатламының забой янындағы зонаһына йоғонто яһау ысулдары уйлап табылүан. Т. етәкселегендә түбән һәм юғары йышлыҡтағы электрометрик ысулдар ярҙамында скважиналарға геофизик тикшереүҙәр үткәрергә булышлыҡ иткән махсус нығытыу колонналары менән йыһазландырылған скважиналарҙағы продуктив ҡатламдарҙың ағымдағы нефть менән туйындырылғанлығын контролдә тотоу технологияһы эшләнгән һәм индерелгән (ТР‑ҙа Ромашкин ятҡылығында, Төмән өлкәһендә Самотлор ятҡылығында, Арлан нефть ятҡылығында). .

Х е ҙ м.: Комплексный геолого‑промысловый контроль за текущей нефтеотдачей при вытеснении нефти водой. М., 1990; Проектирование разработки нефтяных месторождений с помощью адаптационных геолого‑промысловых моделей. Уфа, 1991.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.08.2022
Связанные темы рубрикатора: