Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРФ

Просмотров: 905

ТОРФ (нем. Torf), һ а ҙ т и р е ҫ е, янар файҙалы ҡаҙылма, үҫемлектәр материалы күмергә әүерелеүенең беренсе стадияһы продукты. Ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарының тупланыуы һәм уларҙың тулыһынса тарҡалмауы һөҙөмтәһендә һаҙлыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Структураһы сүсле йәки аморфлы. Текстураһы башлыса ҡатламһыҙ. Төҫө һары‑көрәндән ҡара-көрәнгә тиклем. Күҙәүлелеге Т. тарҡалыу дәрәжәһе б‑са юғары йәки бөтөнләй юҡ тиерлек, тәбиғи ятышында дымлылығы 90%‑ҡа тиклем. Т. барлыҡҡа килтереүселәрҙең тупланыу шарттарына ҡарап типтары (күтәренке, уйһыу һәм күсмә), ярым типтары (урман, батҡаҡ, урман‑батҡаҡ) һәм төрҙәре (күрән, һаҙ мүге һ.б.) айырыла. Т. составына 2—4%‑тан алып (күтәренке Т.) 18%‑ҡа тиклем (уйһыу Т.) минераль ҡушылмалар инә. Ауыл хужалығында, медицина сәнәғәтендә, биохимияла, энергетикала ҡулланыла. Ашлама сифатында, изоляция, төрөү материалдары һ.б. әҙерләү өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда уйһыу типтағы Т. ятыштары күп. Дәүләт балансында 268 Т. ятҡылығының запастары теркәлгән (2008), уларҙың иң ҙурҙары Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Шишмә, Өфө, Балаҡатай р‑ндарында урынлашҡан. Чесноковка ятҡылығы (Өфө р‑ны) үҙләштерелә.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2024
Связанные темы рубрикатора: