Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

Просмотров: 896

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Уй й. үрге ағымында урынлашҡан. 1834 й. алып Барын‑Табын, Ҡара‑Табын һәм Күбәләк улустары башҡорттарының ерҙәрендә И.В.Жуковский тарафынан “Т.а.п.” компанияһы ойошторолғандан һуң эшләй башлай. Алтын Балбыҡ, Благодатный, Викторовка, Казнахтин, Россыпный, Труд, Үтәш приискыларында табыла. Йыл һайын 12 ботҡа тиклем алтын сығарыла. 1861 й. Т.а.п. 3 старателдәр артеле тарафынан алтын табыла, шуларҙың береһендә — 150‑гә тиклем, ҡалған икеһендә 50‑гә тиклем кеше эшләй; көнөнә 150 т тиклем ҡом йыуыла; бөтәһе 603 кеше иҫәпләнә. 90‑сы йй. яңы һибелмә ятҡылыҡтар асыла. 1907 й. Т.а.п. инглиз‑француз йәмғиәте (“Троицк Голдфилдс ЛТД”) капиталы 600 мең стерлинг фунты (яҡынса 5,7 млн һум) тәшкил итә; идара рәйесе — А. Стенли, дир.‑ойоштороусы — Г.Оркин. Йәмғиәт ҡуртымда булған приискыларҙы 1,2 млн һумға һатып ала, уларҙы тергеҙеүгә яҡынса 4 млн һум аҡса бүлә. 1910 й башлап йәмғиәт йыл һайын яҡынса 22 бот алтын сығара.

Әҙәб.: С а п о г о в с к а я Л.В. Национальная золотопромышленная политика XVIII—XX вв., или нужно ли России золото? Екатеринбург, 2008.

З.И.Гудкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: