Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1252

СТЕРОИД БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, циклопентанопергидрофенантрен сығарылмалары. Үҫемлек hәм хайуандар организмы составына инә (биосинтез күберәк ҡатмарлы төҙөлөшлө умырт ҡалыларҙа ныҡ сағылдырылған, бөжәктәрҙә эшләп сығарылмай, уларҙың ҡау һалыу функцияhы аҙыҡ аша алынған С.б. м‑н контролдә тотола). Тәбиғи С.б. стериндарға (үҫемлек hәм хайуандар липидтары составында), сапониндарға (гликозидтар сифатында, өҫкө йөҙҙә актив һәм гемолитик үҙенсәлектәргә эйә), стероидлы алкалоидтарға (арҡыры‑буй мускулдарҙың тартылыуын стимуллаштыра; үҙәк нервы системаhын зарарлаған көслө ағыу булыуы мөмкин, амёбоцидлы һәм бактерицид йоғонто яһай), стероидлы гормондарға (енси, бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡабығы), үт к‑талары һәм спирттарға (умыртҡалыларҙың эсәгендә аҙыҡты һеңдереүгә ярҙам итә), йөрәк гликозидтарына (йөрәк мускулының тартылыуын көсәйтә), D группаһы витаминдарына (умыртҡалыларҙың кальций алмашыныуын яйға hалыуҙа һәм hөлдәhе формалашыуында ҡатнаша) бүленә. С.б. ҡайһы бер тритерпен антибиотиктары (фузидий к‑таhы) һ.б. тритерпендар (ҡара: Терпендар) яҡын. С.б. күбеhе — кристаллы матдәләр, оптик яҡтан актив, hыуға ҡарағанда органик эретмәләрҙә яҡшыраҡ эрей; ҡайhы берҙәре — биорегуляторҙар. Мөгөҙлө малдарҙың арҡа мейеһенән һәм үтенән, сүпрә бәшмәгенең, майҙарҙың, целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте ташландыҡтарының hелтеле гидролизаттарынан бүленеп сыға; тәбиғи булмаған сеймалдан (мәҫ., тәбиғи С.б. аналогтары — андрогендар, гестагендар, кортикостероидтар, холестерин, эстрогендар һ.б.) синтезлана. Башлыса мед. ҡулланыла (дарыуҙар, гормондар һ.б.). Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. Өфө витамин з‑дында а.х. малдары өсөн D3 витамины сығарыла, 90‑сы йй. гликозидлы үҫемлектәрҙән төнәтмәләр етештереү үҙләштерелә. 70—80‑се йй. Химия ин‑тында В.Н. Одиноков етәкс. экдистероидтар химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. 90‑сы йй. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (В.Р.Әхмәтова, О.А.Балтаев, Одиноков һ.б.) синтетик һәм тәбиғи полигидроксилирланған стероидтарҙы тикшереү, иммуностимуляциялаусы активлыҡҡа эйә булған С.б. һәм терпеноидтарҙы эҙләү, айырып алыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла, һирәк осраған тәбиғи экдистероидтарҙы, уларҙың аналогтарын мед. һәм а.х. өсөн синтезлау схемалары тәҡдим ителә һәм үҙенсәлектәре өйрәнелә (20‑гидроксидитизон нигеҙендәге препараттар бал ҡорттарын һ.б. эшкәртеү өсөн перспективалы).

Н.В.Кудашкина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: