Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР

Просмотров: 848

ОРГАНИК СУЛЬФИДТАР, тиоэфирҙар, дөйөм формулаһы RSRʼ булған (R, Rʼ — органик радикалдар) көкөрт берләшмәләре, көкөрт атомы ҡулсала булыуы мөмкин. Ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙағы нефттә, үҫемлектәрҙә, аҡһымдарҙа осрай, эсәктә синтезлана. Түбәнге (С15 тиклем) О.с. — һыуҙа эремәй торған, органик эреткестәрҙә эрегән шыйыҡлыҡтар, юғары О.с. — ҡаты матдәләр; техник сульфидтар зәһәр еҫле, таҙалары еҫһеҙ. Сульфоксидтар, сульфондарға окислана, фотохимик һәм термик тарҡалыуға бирелә, көкөрт илидтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Сәнәғәттә каталитик синтез ҡулланып, тәбиғи углеводородтарҙан, етештереү ҡалдыҡтарынан бүлеп алалар. Эреткестәр, антиоксиданттар, мотор яғыулығы стабилизаторҙары, минераль майҙар сифатында ҡулланыла; сорбенттар, коррозия ингибиторҙары, ион алмаштырыусы ыҫмалалар, синтетик буяуҙар, дарыуҙар, полимерҙар составына инә. Башҡортостанда О.с. химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. СССР ФА БФ‑ның Химия бүлегендә (ҡара: Органик химия институты) башлана. Р.Д.Оболенцев етәкс. 2‑, 3‑моно‑, 2,5‑икеләтә алмаштырылған С4—С16 тиоландар, С1—С10 алкил, С7, С8, С12 фенил, С7 бензил, С12 нафтил радикаллы С5—С11 тиациклогександар, тиабицикландар, цикллы О.с. синтезы өйрәнелә; фурфуролдан 2‑алкилтиоландар, гәрәбә к‑таһынан 3‑алмаштырылған, ацетиленлы гликолде платина оксиды өҫтөндә гидрогенлап 2,5‑алмаштырылған, фенол һәм нафталинды гәрәбә ангидриды м‑н конденсациялап 2‑фенил‑, 2‑нафтилтио‑ ландар алына; СССР ФА‑ның А.В.Топчиев ис. Нефтехимия синтезы ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә А.У.Байышева, Л.А.Бакало, В.Г.Бохаров, В.И.Дронов, В.П.Кривоногов, Т.Е.Позднякова, А.Е.Потоцкая, В.Ш.Шәйхразиева тарафынан циклоалкандарҙың окистарынан — тиоокистарҙан — тиагидрииндан алына. СССР ФА‑ның Л.Я.Карпов ис. Физик‑химия ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә Н.К.Ляпина тарафынан С4—С16 тиоландың комплекслы 29 берләшмәһе, терегөмөштөң хлориды, бромиды, ацетаты, көмөштөң нитраты м‑н 8 ациклик О.с. диполь моменттары, электр үткәреүсәнлеге билдәләнгән; ағынты һыуҙарҙы терегөмөштән таҙартыу, тәбиғи О.с. көмөштөң нитраты м‑н комплекстар барлыҡҡа килтереү ысулы м‑н бүлеп алыу, ҡуйыртыу ысулдары билдәләнә (Бохаров, В.С.Никитина, Ляпина, А.Д.Улендеева һ.б.). 80‑се йй. СССР ФА‑ның А.Н.Несмеянов ис. Элементорганик берләшмәләр ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә цинк—протонлы к‑та, триэтилсилан—трифторлы һеркә к‑таһы һ.б. системаларҙы ҡулланып тиофен берләшмәләрен (С4‑фрагментлы) ҡайтарып тиоландар синтезлау (Ф.М.Латипова, Ляпина); цикллы О.с. алюмокобальтмолибденлы катализаторҙар булғанда реакцияға һәләтле булыуы, алкилтиоландарҙың, тиациклогександарҙың ҡулсаларын киңәйтеп һәм тарайтып изомерлаштырыу өйрәнелгән (Ә.Р.Ҡузыев). 50‑нән ашыу яңы О.с., уларҙың полифункциональ сығарылмалары, үҙенсәлектәре алынған, билдәләнгән. Ике хлорлы көкөрт һәм циклик олефиндар нигеҙендә икеләтә алышынған дициклоалкил‑ сульфидтар, цикллы туйынмаған к‑таларҙың сығарылмалары нигеҙендә — О.с. һәм уларҙың нуклеофиллы алмашыу продукттары синтезланған (Р.Ғ.Кантюкова, Н.Н.Новицкая, Г.А.Толстиков h.б.). Көкөрт һәм ацетилендар, 1,3‑диендар нигеҙендә палладий‑, никель‑, кобальт тотороҡло катализаторҙар булғанда органик моно‑ һәм дисульфидтар, тиолан сығарылмалары, ш. иҫ. шешеүгә ҡаршы үҙенсәлекле 2,5‑бис‑(бутилтио)этилсульфолан (Н.З.Байбулатова, У.М.Джемилев, Р.В.Ҡунаҡова, Толстиков); винил‑, аллилмагнийгалогенидтар м‑н туйындырылмаған О.с., алюминийциклопентандар м‑н — 3‑, 3,4‑алышынған тиоландар алынған (Ә.Ғ.Ибраһимов, Джемилев һ.б.). Металл комплекслы катализ ярҙамында диалкилсульфоксидтарҙан дигидротиапирандар (Байбулатова, Джемилев, Ҡунаҡова, Ш.М. Низамов һ.б.); ӨНИ‑лә 1,1‑(диалкилтио)алкандар, 1,3‑дитиоциклоалкандар (Д.Л.Рахманҡолов); Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында — диалкилдисульфидтарҙы фаза‑ара катализда ҡайтарыулы тарҡалыу м‑н дүртенсел аммоний тоҙҙары булғанда ациклик О.с. синтезлау ысулы эшләнә (Р.Б.Вәлитов, А.М.Колбин, Л.И.Әхмәтов һ.б.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019