Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛЬФОКСИДТАР

Просмотров: 1071

СУЛЬФОКСИДТАР, дөйөм формулаһы RR¼"SO булған (R,R’ — алкил, аралкил, арил һ.б. радикалдар) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә һарымһаҡта (аллиин), редис орлоҡтарында (сульфофарен), әүернә һымаҡтар үҫемлектәре ғаиләһендә (изотиоцианаттар) табылған. Төҫһөҙ, аҙ осоусан шыйыҡ, кристаллик матдәләр; органик эреткестәрҙә эреүсәндәр, түбәндәре — һыуҙа эреүсән; симметрик булмаған С. энантиомерҙары (ҡара: Изомерҙар) билдәле; улар термик, фотохимик, химик рацемизацияланыуға дусар ителә. Органик сульфидтарға әйләнеп ҡайтарыла, сульфондарға, сульфоксимидтарға окислана; нуклеофил үҙенсәлектәр күрһәтә. Карбон к‑талары ангидридтары һәм көслө к‑талар, аминдар һәм амидтар сығарылмалары, металдарҙың гидридтары һәм алкоголяттары, ыңғай зарядлы галогендар барлыҡҡа килтергән реагенттар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә. Карбон к‑талары хлорангидридтары, изоцианаттар, органик булмаған галогенидтар тәьҫирендә яңынан төркөмләнеүгә һәләтле, термолиз барышында һәм көслө нигеҙҙәр барлығында сульфен к‑таларын алып ташлай. Сульфидтарҙы окислап, көкөрт монооксидының полиендар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе арҡаһында, сульфен к‑талары эфирҙарын яңынан төркөмләүгә дусар итеп һ.б. алалар. Һирәк металдарҙы экстракциялауҙа һәм төҫлө металдарҙы флотациялауҙа, мед.  (диметилсульфоксид) һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Р.Д.Оболенцев етәкс. донъяла тәүге тапҡыр нефттең цикллы С4—С13 сульфидтары концентраттарын бүлеп алыу, уларҙы водород пероксиды м‑н С. тиклем окислау (В.Г.Бохаров, М.М.Герасимов) һәм сәнәғәттә ҡулланыу б‑са фәнни йүнәлеш формалаша. Уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәре өйрәнелә (асыҡ һарынан алып ҡара көрән төҫкә тиклем характерлы еҫле майлы шыйыҡсалар, мол. м. 200—280, тарҡалыу т‑раһы 100—150°С һәм быялаланыу т‑раһы —30 алып —70°С тиклем, көкөрттөң дөйөм миҡдары масса б‑са 10—16%, уртаса ағыулы; органик эреткестәрҙең күбеһендә эрей, һыуҙа — мол. м. ҙурлығына ҡарап). 70‑се йй. Н.К.Ляпина, Ю.Е.Никитин тарафынан Яңы Өфө НЭЗ‑ында нейтралләштерелгән ҡара контакт производствоһы һәм алкиллаштырыу ҡулайламаларынан эшкәртелгән көкөрт к‑таһы м‑н экстрактлап НИИнефтехим м‑н берлектә (М.Ф.Бондаренко, Р.М.Мәсәғүтов, А.Х.Шәрипов), 1975 й. — Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) детергент (рафинирланған алкиларилсульфонат) производствоһынан тәүге тапҡыр сульфидтар концентраттары (15 т) айырылып алына. Уларҙы РФА Себер бүлексәһенең Органик булмаған химия ин‑ты (Новосибирск ҡ.) һәм НИИнефтехим тәж. ҡулайламаларында окислап нефть С. концентраттары алына һәм затлы металдар, уран һ.б. экстрагенттар сифатында һынап ҡарала. Шулай ук нефть С. ванадий, висмут, тимер, молибден, рений, терегөмөш, уран, хром, цирконий h.б. (Н.Ғ.Афзалетдинова, Ю.Г.Ҡыуатов, Ю.И.Муринов, Р.А.Хисаметдинов h.б.) экстракциялау, сульфидлы платина төркөмө минералдарын флотациялау, минераль hәм органик к‑таларҙы hәм уларҙың hыуҙағы эретмәләрен, моно‑полифункциональ органик берләшмәләрҙе экстракциялау, ағынты hыуҙарҙы экотоксиканттарҙан (Н.Л.Егуткин) таҙартыуҙа ҡулланыу б‑са тикшереүҙәр үткәрелә. Г.В.Леплянин, Никитин, С.Р.Рафиҡов етәкс. октилвинилсульфоксидтың күпселек металл хлоридтары, нитраттары м‑н комплекстары, төҫлө органик быяла алыр өсөн уларҙың акрилаттар м‑н сополимерҙары, оптик сүстәргә hаҡлау‑нығытыу өсөн ҡаплауҙар (Э.М.Батталов, А.И.Воробьёва h.б.) синтезлана. Нефть С., октилвинилсульфоксид, уның акрилаттар м‑н сополимеры мәғдәндәр hәм мәғдән концентраттарын эшкәрткәндә бүленгән көкөртлө водород, көкөрт оксидтары, азот h.б. йотор өсөн (Ғ.Ғ.Бикбаева, Воробьёва) тәҡдим ителә. С. нигеҙендә Мәсәғүтов етәкс. к‑талар тәьҫирендәге коррозия ингибиторҙары, нефть сығарыр өсөн ИНПАР‑1 маркалы (Н.В.Прокшина, Шәрипов) асфальт‑ыҫмала‑парафин ултырмалары булдырыла. НИИнефтехимда нефттең дизель фракцияларын тура окислап С. алыу  технологияhы эшләнә; Дәүләт һирәк металдар сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының Пышма тәж. з‑дында иттрий оксиды алыу, Приокск төҫлө металдар з‑дында (Рязань өлк.) үтә таҙа төҫлө металдар айырып алыр өсөн тәж. з‑ды (ҡара: Нефтехим тәжрибә заводы) нефть С. сығара. Красноуральск, Сибай (ҡара: Башҡортостан баҡыркөкөрт комбинаты) байыҡтырыу ф‑каларында С. баҡыр‑цинк мәғдәндәре флотореагенттары сифатында һынау үткәрелә.

Әҙәб.: Никитин Ю.Е., Муринов Ю.И., Розен А.М. Химия экстракции сульфоксидами //Успехи химии. 1976. Т.45. №12; Файзрахманов И.С., Шарипов А.Х. Получение нефтяных серосодержащих реагентов для гидрометаллургии. Уфа, 2000.

А.Х.Шәрипов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: