Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1414

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ, С м о л е н с к с о б о р ы. Өфөлә урынлашҡан. 1586 й. Өфө кремле терр‑яһында 1584 й. Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү урынында нигеҙләнә, 1616 й. төҙөлә һәм Смоленск (Йәмиғ) сиркәүе булараҡ изгеләндерелә, 1799 й. алып Смоленск кафедраль соборы, 1842 й. Воскресение кафедраль соборы асылғандан һуң Т.с. тип үҙгәртелә. Сиркәү таштан, 5 көмбәҙле, айырым урынлашҡан 8 ҡыңғырауы булған 3 яруслы сиркәү манараһы (1798 й. төҙөлгән) була. Бина тура дүртмөйөш рәүешендә төҙөлә. Эске биҙәлешендә И.Е.Демидов (ҡара: Демидовтар) заказы б‑са эшләнгән риза м‑н биҙәлгән Смоленск Божья Матерь иконаһы, Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы төп урынды алып тора. Сиркәүҙә 4 яруслы иконостас ҡуйылған, уның иконаларының күпселеге рәссам Захарьин тарафынан биҙәлгән (1760). 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Смоленск Божья Матерь иконаһы (1616 й. изгеләндерелә, 1842 й. Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә ҡабаттан изгеләндерелә), уң приделдағы — изге апостолдар Пётр м‑н Павел (1679) һәм һулдағыһы святитель Николай Чудотворец (1686 й., Смоленск Божья Матерь хөрмәтенә 1842 й. ҡабат изгеләндерелә) хөрмәтенә. 1824 й. 16 сент. ҡорамға Александр I килә. Т.с. эргәһендә йәкшәмбе мәктәбе эшләй, 1881 й. попечителлек асыла. 17 б. уртаһында причт рухани, дьякон, дьячок, ҡыңғыраусынан, 19 б. аҙ. рухани һәм псаломсынан тора, мәхәлләгә ҡала халҡының бер өлөшө һәм ауыл халҡы инә (726 кеше, ш. иҫ. 348 ир‑ат һәм 378 ҡатын‑ҡыҙ). Ҡорамда Өфө епархияһы үткәргән тантаналы дин хеҙмәттәре башҡарыла. Т.с. 1759 й., 1816 й., 1821 й. һәм 1916 й. янғындарҙан һуң тергеҙелә; 1933 й. ябыла, 1956 й. шартлатыла. Хәҙ. ваҡытта сиркәү урынында Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан. Билдәле настоятелдәре: С.Васильев (1630 йй.), Елевферий (50‑се йй.), С.Евстафиев (90‑сы йй.), Я.С. Неверов (1759 й. алып), В.М. Фрагранский (1782—1809), М.Е.Борецкий (1838—60), В.С.Покрывалов (1897—1928).

Әҙәб.: З л а т о в е р х о в н и к о в  И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: