Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 871

ҠОРАУЛЫ ПОЛИМЕРҘАР, берҙәм арауыҡ селтәре барлыҡҡа килтергән полимер сылбырҙарының макромолекуляр структураһы. Арҡыры бәйләнешле өс үлсәмле йәки селтәрле полимерҙар. Селтәрҙең структураһы ҡоралыу төйөндәренең концентрацияһы һәм функционаллеге, улар араһында сылбырҙарҙың молекуляр‑масса бүленеше м‑н характерлана. Ҡ.п. химик (химик бәйләнештәр) һәм топологик (бер‑береһенә үтеп инеүсе төрлө селтәрҙәрҙең бер үк ваҡытта йәки бер‑бер артлы формалашыуы барышында макромолекулаларҙың механик сырмалыуы) ҡорау төйөндәре була. Уларҙың концентрацияһына ҡарап һирәк (юғары һығылмалы аморф) һәм йыш (быяла һымаҡ) ҡоралғандарҙы айыралар. Төйөндәрҙең һаны артыу м‑н, системаның үҙлелеге, быялаланыу т‑раһы, һығылмалылыҡ модуле арта. Химик төйөнлө Ҡ.п. эреткестәрҙә эремәйҙәр, бүртәләр, иреүсән түгелдәр; топологик төйөнлө Ҡ.п. компоненттарын фазаларға бүлеп булмай. Эреткестә Ҡ.п. йылытыуҙан кире ҡайтмаусан ҡойҡаға һәм гелгә әүереләләр; әүерелеүҙең ниндәйҙер бер критик дәрәжәһендә (гелгә әүерелеү нөктәһе) арауыҡлы селтәр яһап, ағыусанлыҡтарын юғалталар (гельфракция), селтәр эсендә уға бәйләнмәгән макромолекулалар тарала (золь‑фракция).

Башҡортостанда Ҡ.п. нигеҙендә бәйләүестәр — “Каустик”, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез”, “Уфахимпром” ААЙ‑ларында (2004 й. тиклем), изделиелар етештереү Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында, Өфө торба яһау заводында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, Күмертау авиация производство предприятиеһында, “СТЕКЛОНиТ”, “Салаватстекло” ААЙ‑ларында һ.б. үҙләштерелгән. Резина‑техник изделиелар, сорбенттар (ҡара: Сорбция) һәм күҙәүҙәренең үлсәме көйләнә торған мембраналар, лактар, полимер елемдәр, герметиклаштырыусы составтар, ҡапламалар, композицион материалдарҙағы бәйләүестәрҙе һ.б. сығарыуҙа файҙаланыла.

20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында Ҡ.п. катионлы полимерлаштырыу катализаторҙарының нигеҙе сифатында файҙаланыу тикшерелгән (И.Ф.Гладких, Ю.А.Сангалов); алкилалюминхлоридтарҙың сульфирланған стирол сополимерҙарыныңдивинилбензол м-н кире әйләнмәй торған иммобилизацияһы (ҡушылмаһыҙ полимерҙарҙы синтезлау өсөн стационар тәьҫир итеүсе актив катализаторҙарҙы формалаштырыу) асыҡланған. 2000 йй. Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында (С.Г.Карчевский, Сангалов) юғары т‑раларҙа көкөрт м‑н вулканизациялана торған С=С бәйләнешле полисульфидтар алынған һәм көкөртполимербетондарҙа бәйләүес сифатында тәҡдим ителгән.

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: