Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯБАЛАҠ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1288

ЯБАЛАҠ ҺЫМАҠТАР (Strigiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 140 төрө билдәле. БР‑ҙа ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған 12 төрө осрай. Ваҡ (һаҡтың кәүҙә оҙонлоғо 18 см тиклем, ауырлығы 50—85 г), уртаса (инә өкө ябалағының ошоға ярашлы 37 см тиклем һәм 180—430 г) һәм эре (өкөнөң ошоға ярашлы 75 см тиклем һәм 2—3,3 кг) үлсәмле ултыраҡ, күсеүсе йәки күсәр ҡоштар; инә ҡоштар ҙурыраҡ. Ҡауырһыны сыбар, йомшаҡ, кәүшәк, мамыҡһыҙ, япма (контур) ҡауырһындарының төбө мамыҡлы. Төрлө төҫтә була: аҡ (ҡуян ябалағы), ерәнһыу йәки көрәнһыу (өкө ябалағы), һарғылт (һаҙ ябалағы), көрәнһыу һоро (йөнтәҫ аяҡ һупайҙы). Башы ҙур, йомро; муйыны ҡыҫҡа, хәрәкәтсән. Күҙҙәре ҙур, алға йүнәлтелгән, бит дискыһын барлыҡҡа килтереүсе тар ҡауырһындар менән уратып алынған. Суҡышы ҡыҫҡа, ырғаҡҡа оҡшаған. Ҡанаттары оҙон, киң. Ҡойроғо ҙур түгел, осо йомро. Аяҡтары дүрт бармаҡлы, ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡтары бар; табан һөйәгендә һәм бармаҡтарында ҡауырһын үҫә. Моногамдар. Ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында, өңдәрҙә, ҡайһы берҙә ер өҫтөндә, ҡаралтыларҙа парлап оя ҡора йәки башҡа ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Ояла оҙонса түңәрәк аҡ төҫтәге 3—6 йомортҡа була. Инә ҡош 23—30 көн эсендә, ҡайһы саҡта 35 көнгә тиклем (өкө) баҫып сығара. Кимереүселәр, башҡа ваҡ имеҙеүселәр, ҡоштар, кеҫәрткеләр, бөжәктәр менән туҡлана. Урмандарҙа, далаларҙа, парктар һәм баҡсаларҙа, һаҙлыҡтарҙа, ҡырҡындыларҙа, болондарҙа, аҡландарҙа һәм урман ситтәрендә йәшәй. Бөтә ерҙә лә таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына өкө, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына һоро өкө индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: