Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

Просмотров: 1236

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1994 й. Учалы ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты, Учалы р‑ны пр‑тиелары һәм айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе м‑н бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы, мәсет бинаһына терәтеп төҙөлгән, балкон уратып алған. Мәсеттә 2 намаҙ залы; стеналары Ҡөрьән сүрәләре һәм орнаменттар м‑н биҙәлгән. У.й.м. эргәһендә ғәрәп телен һәм ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү б‑са балалар һәм өлкәндәр өсөн курстар эшләй. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә. Имам-хатиптары: И.И.Мөхәмәтйәнов (1994 й. алып), В.Ф.Тажетдинов (1997 й. алып), Д.Г.Әхмәҙиев (2006 й. алып), И.А.Мәзитов (2010 й. алып).

Р.Л.Сәйәхов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: