Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛА БАҪЫУ

Просмотров: 1447

ТУЛА БАҪЫУ, тула һәм йөн әйберҙәр эшләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл. Йоҡа буҫтау (соға) һәм ҡалын буҫтау (мәллә) булған. Һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнөнән иләнгән тәбиғи төҫтәге ептәр (һирәгерәк буялған) ҡулланылған. Йөндө тимер йәки ағас тараҡ м‑н тарап, ҡул м‑н теткәндәр, артабан ҡолға, орсоҡ ярҙамында иләгәндәр. Иләнгән йөндө йомғаҡҡа урап, ҙур орсоҡ м‑н ике епте бергә ҡушып ҡатлаƒандар. Буҫтауҙы тар шөйтөлө станокта (урынағас, киндер урыны) арҡау һәм буй ептәрҙе ныҡ булһын өсөн тығыҙ (гроденапль ысулы) ишеп, тар итеп (26—32 см) туҡығандар. Станоктың рамаһы һәм артҡы шөйтөһө булмаған, ярым күсмә тормош (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) шарттарына яраҡлаштырылған. Ҡалын булһын өсөн буҫтауҙы бергә ҡушып теккәндәр, септә өҫтөнә таратып һалғандар, ҡайнар һыу ҡойғандар, һуңынан төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр. Өбөрөлө материал алыу өсөн өҫтөнә йоҡа итеп йөн мамығы һалƒандар. Кейеҙ әҙерләү эшендәге кеүек тәгәрәтеү ысулы ҡулланылған (ҡара: Кейеҙ баҫыу). Йоҡа буҫтауҙы — башҡорт кейеме, күберәк байрам һәм туй кейемдәре (баш кейем, елән, ҡашмау, ҡалпаҡ һ.б.), ҡалын буҫтауҙы баш (бүрек, ҡолаҡсын), өҫ (тун, сәкмән) кейеме, ҡуныс (сарыҡ, ҡата), традицион интерьер (намаҙлыҡ һ.б.), ат егеү кәрәк-ярағы (ат япмаһы, серге яһау һ.б.) тегеү һәм биҙәү өсөн файҙаланғандар. Буҫтау әйберҙәрҙе аппликация, сигеү м‑н биҙәгәндәр. Т.б. Башҡортостандың хужалыҡта мөһим урынды һарыҡсылыҡ биләгән көньяҡ һәм көнсығыш райондарында (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары, Ырымбур башҡорттары) таралған. Ҡаҙағстан, Үҙәк һәм Урта Азия, Көньяҡ Себер (ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғыҙҙар һ.б.), Төньяҡ Кавказдың күп халыҡтарында таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019