Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРЧИН Анатолий Константинович

Просмотров: 1353

СЫРЧИН Анатолий Константинович (13.8.1941, Өфө ҡ.), тренер. Парашют спорты буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), СССР‑ҙың спорт мастеры (1961), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1967), халыҡ‑ара (1988), Бөтә Союз (1976) һәм Бөтә Рәсәй (2018) категориялы судья. ӨАИ‑ны (1968), Ю.А.Гагарин исемендәге Хәрби‑һауа академияны (Мәскәү өлкәһе Монино ҡсб, 1987) тамамлаған. ДОСААФ авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры М.С.Ғәлиәкбәров). РСФСР‑ҙың абсолют чемпионы (1964), СССР (1963–65), Хәрби‑һауа көстәре һәм СССР Ҡораллы көстәре (1970–76) чемпионы, Австрия кубогын яулаусы (1964), “Одраның күк таҫмаһы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (Польша, 1973); ветерандар араһында Рәсәй чемпионы (2008—11; 2014—15). Парашют менән билдәләнгән урынға дөрөҫ төшөү буйынса төркөмләп төнгө һикереүҙәрҙә донъя һәм СССР рекордсыһы (1962—63). 1962—69 йй. БАССР ДОСААФ‑ы йыйылма командаһы тренеры; 1977—85 йй. СССР Хәрби‑һауа көстәре йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1983—89 йй. парашют спорты буйынса СССР Ҡораллы көстәре тренеры; 1995—2000 йй. парашют‑тау саңғыһы буйынса икебәйгелә РФ РОСТО йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең 3 атҡаҙанған спорт мастеры, 9 халыҡ‑ара класлы һәм 27 спорт мастеры бар. Ҡыҙыл Йондоҙ (1985), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” (1977) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022