Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы

Просмотров: 1367

ТУҠТАРОВ Варис Рәфҡәт улы (9.6. 1959, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре умартасылыҡҡа, бал ҡорто ауырыуҙарына, экологияға арналған. Т. тарафынан бал ҡорттары варроатозына ҡаршы яңы ветсан‑2 дарыуына ветеринария баһаһы бирелә, бал ҡорттарының майлы тән ҡатламын билдәләү ысулы уйлап табыла, бактериаль ауырыуҙарҙы дауалау өсөн апифлоцид препараты эшләнә һәм уны ҡулланыу технологияһы б‑са тәҡдимдәр индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Болезни пчёл: ветеринарные препараты в пчеловодстве. Уфа; М., 2003 (авторҙ.). Методология фундаментальных исследований популяций Apis mellifera L., 1758. Уфа, 2012 (авторҙ.); Пчеловодство Башкортостана. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: