Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ

Просмотров: 1215

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Туймазы р‑ны Дуҫлыҡ а. урынлашҡан. Т.ҡ.ф. составына төп етештереү цехтары: сәнәғәт көтөүе, себеш үҫтереү, ҡош салыу, йомортҡаны сорттарға айырыу, йомортҡа онтағы киптереү; ярҙамсы цехтар: ремонт-механика, ремонт‑төҙөлөш, йылылыҡ техникаһы, транспорт, электр участкаһы һ.б. инә. Мәҙәниәт йорто, ашханаһы һ.б. бар. 2009 й. 382 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 1590 га. Ҡош һаны — 655,8 мең, ш. иҫ. йомортҡа һалƒан тауыҡтар — 347,6 мең; йомортҡа һалыу йылына 239 дана тәшкил итә, йәш ҡоштар һаҡланғанлығы — 91%, оло ҡоштарҙыҡы — 90%; йомортҡа етештереү — 118,4 млн дана, ит — 925 т. Иген культураларының уңдырышлылығы — 30,5 ц/га, иген етештереү — 2,7 мең т. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1965 й. “Туймазы” ҡошсолоҡ ф‑каһы булараҡ ойошторола, 2000 й. алып “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Т.ҡ.ф. продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең (Мәскәү, 2005, 2008—09) һ.б. алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән.

Р.Р.Әсәҙуллин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: