Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАБАҠ

Просмотров: 1356

ҠАБАҠ (Cucurbitа), ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда ҡаты тышлы һәм эре емешле Ҡ. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Ҡаты тышлы Ҡ. һабағы ҡырлы, бураҙналы. Япрағы биш айырсалы, тәрән ҡырҡылған, осло ҡалаҡсалы, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Июндә сәскә ата. Емеше — овал, тумалаҡ йәки оҙонса ҡабаҡ. Орлоғо овал, асыҡ тирәсле, аҡ, һарғылт аҡ йәки ҡуйыраҡ төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 300—350 г. Эре емешле Ҡ. һабағы цилиндр формаһында, төклө. Япрағы бөрө һымаҡ йәки бер аҙ уйымлы, биш тупаҡ ҡыҫҡа ҡалаҡсалы. Сәскәһе эре, һары төҫтә. Июндә сәскә ата. Емеше тумалаҡ, ялпаҡ йәки оҙонса. Орлоғо эре (2—3 см оҙонлоҡта), шыма. Ҡ. емешенең составында 8—10% шәкәр, 1,7% аҡһым, С, Е, В төркөмө витаминдары; каротин, кислоталар, микроэлементтар һ.б. бар; орлоғонда 30—40% май була. Ҡ. — бер өйлө, алмаш һеркәләнгән, йылы һәм яҡтылыҡ яратҡан үҫемлек, тупраҡтың дымлы һәм уңдырышлы булыуы мөһим. Вегетация осоро 115— 130 көн. Ҡ. баҫыуҙа сәсеү әйләнештәрендә үҫтерелә. Төп элгәрҙәре: ужым иген культуралары, кукуруз, бер йыллыҡ үләндәр. Орлоҡто оя рәүешендәге сәсеү схемаһы б‑са үҫтерәләр. Сәсеү нормаһы 2—4 кг/га (үҫемлек араһындағы алыҫлыҡ 1— 1,4 м), 4—8 см тәрәнлеккә сәселә. Уңдырышлылығы 95—105 т/га (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2008).

Ашарға яраҡлы үҫемлек һәм мал аҙығы үҫемлеге. Малсылыҡта эшкәртелмәгән йәки силосланған рәүештә һалам һ.б. ҡоро мал аҙыҡтары м‑н ҡатнаштырып бирелә. Ҡ. агротехникаһы һәм сорттарын булдырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Ауыл хужалығы институтында үткәрелә (Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Р.М.Шәймөхәмәтов һ.б.). Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары тарафынан сығарылған Башкирская 245 һәм Уфимская сорттары ҡулланылышҡа индерелгән. 

Э.М.Кузеев, Б.Ғ.Әхиәров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: