Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1519

БЫЯЛА ҺӘМ ФАРФОР-ФАЯНС СӘНӘҒӘТЕ, төҙөлөш, техник, электротехник, электр вакуумлы быяла, быяла тара һәм һауыт-һаба, быяланан, фарфорҙан, фаянстан хужалыҡ-көнкүреш әйберҙәре, балсыҡтан яһалған изделиелар, химик-лаб. һауыт-һаба етештереү б‑са сәнәғәт тармағы. 20 б. башында Башҡортостанда 3 быяла пр‑тиеһы эшләй: Мариин (Верхнеурал өйәҙе), Зиновьев (Бөрө өйәҙе) з‑дтары, Богоявленск заводы; 60‑сы йй. башында Октябрьский керамик плитка һәм фарфор изделиелар заводы, 70‑се йй. Туймазы фарфор з‑ды (ҡара: “Туймазы фарфоры”) төҙөлә. 2004 й. 13 пр‑тие һәм производствонан тора, ш. иҫ. “Салаватстекло” (тармаҡтың етештереү күләменең яҡынса 95%‑ын етештерә), “Туймазыстекло”, “Русджам-Уфа” ЯСЙ (быяла тара эшләп сығара). БР сәнәғәт продукцияһы етештереү күләменең 0,8%‑ы тармаҡ өлөшөнә тура килә; 5,5 мең кеше эшләгән (2004). 2009 й. респ. табаҡлы термополировкалы быяла етештереү б‑са (29,7%) РФ‑та 3‑сө урынды биләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. Тармаҡ өсөн белгестәр 128‑се һөнәрселек лицейында (Туймазы ҡ.) һ.б. әҙерләнә. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡара.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: