Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИРИДОВ Иван Васильевич

Просмотров: 807

СПИРИДОВ Иван Васильевич, дәүләт эшмәкәре. Надворный советник. Дворяндарҙан. 1764—70 йй. Өфө провинцияһы воеводаһы. Халыҡтан һалым түләтеү, талауға ҡаршы көрәш, Өфөлә ҡаҙна йорттары төҙөү, хөкүмәттең Үрге һәм Урта Волга буйы ҡалаларына йылға судноларында Илек тоҙон ташыу сараларын күрә. 1767 й. 1‑се ярт. уның етәкселегендә провинцияның төрлө милли ҡатламдарынан Уложенный комиссияға депутаттар һайлау үтә. 1767 й. йәйендә башҡорт, мишәрҙәрҙән һәм комиссия депутаттарынан Сенатҡа С. эшмәкәрлегенә риза булмау һәм уны отставкаға ебәреү т‑да үтенестәр тапшырыла, ләкин улар ҡаралмай ҡала. Туҡтамыш Ишбулатов һәм Мөхәмәткәрим Ибраһимов Уложенный комиссияға воеводаларҙың вазифа биләү ваҡытын сикләү т‑да тәҡдим индерә. 1768 й. тикшереү аҫтында булған кешегә нигеҙһеҙ яза ҡулланғаны өсөн С. аҡсалата штраф һалына. 1770 й. алып Мәскәү губ. Клинск өйәҙендә йәшәгән.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019