Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАЛҠАҪ

Просмотров: 1047

ТАЛҠАҪ, Урал й. бассейнындағы күл. Баймаҡ районы Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы һәм “Талҡаҫ күлетәбиғәт ҡомартҡыһы территорияларында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса киңлеге — 1,0—1,3 км, уртаса тәрәнлеге — 4,5 м (максималь тәрәнлеге — 12,0 м), һыу күләме — 18,9 млн м3. Тектоник күл, өҫкө девондың моҡас свитаһы саҡматаштарында, урта‑өҫкө палеозойҙың ташкүмер йәшендәге габброларында һәм туффиттарында барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған; төбө ләмле, сапропель менән ҡапланған. Ағар күл, миҙгеле менән Шөгөр й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) ҡоя. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуының һелтелелеге түбән, натрий‑магний‑кальцийлы. Күл эвтрофлы. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, тәпәш, урыны менән һаҙланған; көнбайыш һәм көнсығышы — текә, ҡаялы. Т. ярҙарында бейеклектәре 1—2 м, киңлектәре 2—4 м булған 1‑се һәм 2‑се һыубаҫар туғай өҫтө киртләстәре асыҡ күренә. Тирә‑яҡ ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һирәк ҡайын урманынан, ерек һәм тал әрәмәләренән, йыуылған ҡара тупраҡтағы тау‑болон далаларынан тора; күлдә күл ҡамышы, күрән һ.б. үҫә. Алабуға, густера, карп, ҡорбан, сабаҡ, суртан, табан балыҡ һ.б., алаҡаҙ, европа ҡарабоғаҡ гагараһы, ҡарасабан йәшәй. Исеме “таулы” этнонимынан (ҡара: Бөрйән) һәм -ҡас аффиксынан алынған, тип фараз ителә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.04.2024