Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ МӨСӘТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 868

ИҪКЕ МӨСӘТ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Иҫке Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 138 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 241 кеше; 1920 — 281; 1939 — 110; 1959 — 207; 1989 — 204; 2002 — 262; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Мөсәт утары булараҡ билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Йәнъюлдаш Мөсәтов билдәле. Шулай уҡ Күлйылға, Саҡмағош булараҡ теркәлгән. 19 б. 40‑сы йй. аҙ. Яңы Мөсәт бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен һәм статусын ала. 1866 й. 36 йортта 204 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: