ТАНЫП
457
ТАНЫП, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Тәтешле р‑ны Танып а. көнбайыш ситендә урынлашҡан. Тере Танып й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 295,0 га. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, тал, ябай муйыл, йылға ҡыҫыр сәскәһе, кесерткән ҡыңғырау сәскәһе, кәкүкбаш, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, урман шыма ҡурайы, һаҙ ҡолонғойроғо һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡоралай, ҡыҙыл төлкө, мышы, божор сәпсәү, ҡара төйлөгән, ҡуҡый, тәгәрлек, ялан торомтайы һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар— мөншөгөр, һаҙ ҡаҙы, һуна өйрәк, ҡом һайыҫҡаны, һоро торна, һоро өйрәк һ.б. туҡтала.
Ә.М.Гәрәев
Тәрж. А.Н.Күсеев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: