Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУА ТЕМПЕРАТУРАҺЫ

Просмотров: 694

ҺАУА ТЕМПЕРАТУРАҺЫ, һауаның йылылыҡ торошо дәрәжәһен билдәләгән дәүмәл; һауа торошо һәм климат характеристикаларының береһе. Термометр һәм термограф ярҙамында үлсәнә. Һ.т. урындың геогр. торошона, рельефҡа, һауаның дымлылығына һ.б. бәйле. Һ.т. тәүлек эсендә үҙгәрешенең боҙолоуы һауа торошоноң үҙгәреүенә килтерә. Карталарҙа ер өҫтөндәге Һ.т. изотермалар — бер төрлө т‑ралы урындарҙы тоташтырған һыҙыҡтар ярҙамында күрһәтелә. БР‑ҙа йәй көнө макс. Һ.т. 42°С, ҡыш көнө миним. Һ.т. ‑53°С етә. 0°С юғарыраҡ булған уртаса тәүлек Һ.т. 3—9 апр. алып 20—26 окт. тиклем урынлаша.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019