Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ САЛДАУ, Тәтешле р-нындағы ауыл

Просмотров: 654

ИҪКЕ САЛДАУ, Тәтешле р-нындағы ауыл, Бәҙрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Салдау й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 181 кеше; 1920 — 213; 1939 — 245; 1959 — 277; 1989 — 197; 2002 — 192; 2010 — 134 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Беләш төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1846 й. Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы Иҫке Ҡайпан һәм Бүлеғарт‑Ҡайпан (хәҙ. Бүл‑Ҡайпан а.) аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Салдау исеме м‑н нигеҙ һала. 70‑се йй. Кесе Салдау (хәҙ. Пермь крайының Көйәҙе р‑ны Солодовка а.) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 18 йортта 87 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тирмән, ҡур етештереү оҫтаханаһы, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: