Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СИКӘЙ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 637

ИҪКЕ СИКӘЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Мичуринск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 449 кеше; 1920 — 508; 1939 — 430; 1959 — 358; 1989 — 276; 2002 — 245; 2010 — 218 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мичуринск урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 18 б. башынан Сик(н)әй булараҡ билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сикәй Үтәғолов исеме м‑н аталған. 1776 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар килеп урынлаша. Һуңынан башҡорттар ауылдан күсеп китә. 1795 й. 15 йортта 97 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 241 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. Яңы Сикәй а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: