Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ

Просмотров: 1041

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ, а.х. культураларының уңышын формалаштырыу процесы м‑н идара итеү, майҙан берәмегенән юғары сифатлы продукцияның макс. күләмен алыуға йүнәлтелгән. У.п. этаптары: 1) һәр бер баҫыуҙан тәбиғәт ресурстарының торошо һәм уңышты формалаштырыу факторҙары т‑да мәғлүмәт йыйыу; 2) тәбиғәт һәм матди ресурстарҙы баһалау, планлаштырылған уңыш күләмен билдәләү; 3) планлаштырылған уңдырышлылыҡты формалаштырыу программаһын матем. модель рәүешендә төҙөү; 4) тәбиғәт ресурстары һәм сәсеү торошон даими контролдә тотоу; 5) уңышты формалаштырыу өсөн технологик операция ҡулланыу т‑да ҡарар ҡабул итеү. У.п. бөтә этаптарында ла эште автоматлаштырыу күҙ уңында тотола. У.п. теоретик нигеҙҙәрен эшләү 20 б. 70‑се йй. Волгоград, Ҡазан а.х. ин‑ттарында, К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. башлана. Башҡортостанда У.п. б‑са тикшеренеүҙәр 1974 й. алып Аграр университетта (Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев, М.Ғ.Сираев, М.Х.Уразлин һ.б.), БНИИСХ‑ла (Н.Х.Жданов, Ҡ.Б.Мәғәфүров һ.б.) үткәрелә: арыш, бойҙай, һоло, арпаның минераль туҡланыу элементтарын һәм һыу ҡулланыу коэф., ужым арышының юғары продуктлы сәсеүлектәренең оптималь параметрҙары һәм респ. төрлө ауыл хужалығы зоналарында баҫыу культураларының мөмкин булған уңдырышлылығы билдәләнә. У.п. ҡулланыу тәбиғәт һәм матди ресурстарҙы рациональ файҙаланырға һәм баҫыу культураларының уңдырышлылығын 10—12%‑ҡа арттырырға мөмкинлек бирә. У.п. фитотрондарҙа һәм теплица хужалыҡтарында (“Алексеевка” ДУАХП) киң ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Агрометеорология, Агротехника.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: