Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ӨФӨ”, завод ат аҙбары

Просмотров: 531

“ӨФӨ” д ә ү л ә т з а в о д а т а ҙ б а р ы. Өфөлә урынлашҡан. Тоҡом аттарын (башҡорт аты, орлов юртаҡ тоҡомо, урыҫ юртаҡ тоҡомо, урыҫ йөк тоҡомо, саф менге тоҡомо һәм стандартбред тоҡомо) үрсетеү һәм үҫтереүгә, тоҡом сифаттарын яҡшыртыу һәм БР а.х. пр‑тиеларында йылҡы һанын тергеҙеү б‑са эштәрҙе ойоштороуға, ҡымыҙ етештереүгә махсуслашҡан. Со‑ ставында Өфө р‑ны Загорский а. ҡымыҙ етештереү б‑са, Мишкә р‑ны Ишем а. башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм үҫтереү б‑са ярҙамсы хужалыҡтар (130 баштан ашыу; 2013) була. 2013 й. 36 кеше эшләгән. Аттар һаны — 344, ш. иҫ. башҡорт тоҡомо — 284, орлов — 23, урыҫ юртағы — 8, урыҫ йөк — 11, саф менге тоҡомо — 16, стандартбред — 2; 195 ц ҡымыҙ етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1846 й. Ырымбур губ. йылҡы з‑дының Өфө ат ҡасырыу аҙбары булараҡ ойошторола, 1922 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2002 й. хәҙ. статусын ала. “Ө.” “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2007—13).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019