Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОПКО Павел Филиппович

Просмотров: 809

СОПКО Павел Филиппович (3.7.1918, Псков губ. Великие Луки ҡ. — 28.11. 1983, Өфө), тау инженеры. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1968). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлаған (1940). 1944 й. алып Мәскәү геол.‑разведка ин‑тының геол. партияһы нач., ғилми хеҙм‑ре, 1950 й. — Воронеж ун‑тында: 1955 й. башлап файҙалы ҡаҙылмалар һәм геол.‑разведка эше каф. мөдире; 1960 й. алып Геология ин‑тында (Өфө): геохимия һәм мәғдән ятҡылыҡтары секторы мөдире, 1970 й. башлап дир. урынбаҫары, 1976—83 йй. магматизм һәм металлогения лаб. мөдире; 1965—70 йй. Үҙәк ғилми‑тикшеренеү геол.‑разведка ин‑тының (Тула ҡ.) Эксперименталь тикшеренеүҙәр бүлегендә геол. лаб. начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге мәғдән геологияһы, Көньяҡ Уралдың алтын мәғдәне һәм баҡыр ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау м‑н бәйле. С. етәкс. Көньяҡ Уралдың колчедан ятҡылыҡтары магматизмына һәм барлыҡҡа килеү шарттарына, урынлашыу законлыҡтарына тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 114‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Колчеданные месторождения Баймакского рудного района (геология и условия образования). М., 1973 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.01.2022
Связанные темы рубрикатора: