Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТРАТИГРАФИЯ

Просмотров: 1189

СТРАТИГРАФИЯ (лат. stratum — ҡатлам һәм ...графия), геологияның ер ҡабығында геол. есемдәрҙең эҙмә‑эҙ формалашыуын һәм уларҙың киңлек һәм ваҡыт нисбәттәрен өйрәнеүсе бүлеге. С. төп бурысы — стратондарҙың (тау тоҡомдары ҡатламдарының нормаль ҡатлауланышы нигеҙендә айырылған стратиграфик бүлексәләре) тарихи эҙмә‑эҙлеклелеген һәм йәшен билдәләү. Уның нигеҙендә геологик ваҡиғаларҙың датаһын билдәләү шкалаһы эшләнә һәм геологик тарих планетар масштабта осорҙарға бүленә (Д.Л.Степанов, М.С. Месежников, 1979). Палеонтологик (ҡара: Палеонтология), геохронологик (ҡара: Геохронология), палеомагнит, геохимик һ.б. ысулдар ҡулланыла. Валидлы стратиграфик бүлексәләрҙе стратиграфия кодексы нигеҙендә асыҡлайҙар, унда төп стратондар номенклатураһы билдәләнгән: дөйөм (акротема, эонотема, эратема, система, бүлек, ярус, зона), төбәк (горизонт, ҡатлам) һәм урындағы (комплекс, серия, свита, пачка). Башҡортостанда С. өлкәһендә тәүге тикшеренеүҙәр 19 б. 1‑се ярт. Р.Мурчисон, Э.Вернейль, А.Кейзерлинг, Н.Г.Меглицкий, А.И.Антипова һ.б. тарафынан Көньяҡ Уралға ойошторолған экспедиция м‑н бәйле, һөҙөмтәлә Көньяҡ Урал терр‑яһы т‑да беренсе геол. мәғлүмәт йыйыла. Тикшеренеүҙәр Башҡортостандың геол. төҙөлөшөн, уның нефтле‑мәғдәнле булыу‑булмауын асыҡлауға бәйле була. Рәсәйҙең Геол. ком‑ты ойошторолғандан һуң (1882), Көньяҡ Урал терр‑яһы — Ф.Н.Чернышёв, А.Н.Заварицкий, Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшө А.П.Карпинский, С.Н.Никитин, А.В.Нечаев һ.б. тарафынан тикшерелә. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының геол. отряды үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе Урал алды дөйөм С. нигеҙе була һәм артабан геология‑разведка эштәре м‑н раҫлана (М.Э.Ноинский, В.А. Чердынцев, Д.Г.Ожиганов, А.В.Попова һ.б.). 30—40‑сы йй. нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау һөҙөмтәһендә респ. платформа өлөшөнөң өҫкө протерозой, девон, карбон, пермь ҡатламдары тасуирлана, уларҙы бүлгеләү эштәре башҡарыла (Ҡ.Р.Тимерғәзин, А.Я.Виссарионова, М.Ф.Микрюков, Д.Ф.Шамов һ.б.). Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә өҫкө протерозой ҡатламдарын О.П.Горяинова, А.И.Иванов, А.И. Олли, палеозой ҡатламын — Б.М.Келлер, А.А.Блохин, Д.В.Наливкин, А.П. Тяжёва һ.б., көнсығышында — Л.С.Либрович (Сибай мәғдән районының девон һәм карбондың С. схемаһы тәҡдим ителә), Ф.И.Ковалёв, О.А. Нестоянова һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрә. 60— 70‑се йй. “Башкиргеология” ПБ‑нда респ. көнсығыш райондарында деталләп геол. төшөрөү һәм эҙләнеү эштәре башҡарыла (Я.Я.Вецлер, В.С.Шарфман, А.А.Захаров һ.б.). Геология институтында палеозой стратиграфияһы һәм палеонтологияһы лаб. тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш (Тяжёва, А.А.Рождественская, А.Н.Абрамова, Р.А.Жаворонкова), көнсығыш (В.А.Маслов, Б.М. Саҙрисламов, Е.В.Чибрикова, О.В. Артюшкова) битләүенең девоны һәм көнбайыш битләүе карбонының (Н.М. Кочеткова, Я.Л.Лотфуллин, З.А.Синицина, Е.И.Кулагина һ.б.) стратиграфик схемаһының 4 быуыны эшләнә. Көньяҡ Урал палеозойының вулканоген- колчедан комплекстарының биостратиграфияһы б‑са тикшеренеүҙәр мәғдән һыйышлы ҡатламдарҙың йәшен билдәләргә һәм күрше райондарҙағы аналогтары м‑н корреляциялауға ярҙам итә (Маслов, Артюшкова). 1962 й. алып Урал алды кайнозойы С. өйрәнелә (В.Л.Яхимович, В.П.Сухов, Г.А.Данукалова һ.б.). Кембрий алды С. лаб. (1981 й. нигеҙләнгән) тарафынан Көньяҡ Уралдың өҫкө кембрий алдының Төбәк стратиграфик шкалаһы (рифейҙың стратотипик киҫелеше күрһәтелгән) эшләнә (В.И.Козлов һ.б., 1991), ул СССР‑ҙың өҫкө кембрий алды дөйөм стратиграфик шкалаһының нигеҙе итеп танылған. Үҙәк мәғдәнһеҙ файҙалы ҡаҙылмалар геологияһы ҒТИ (Ҡазан) һәм “БашНИПИнефть” тарафынан беренсе булып Волга‑Урал өлк. берҙәм рифей һәм венд ҡатламдары стратиграфик схемаһы төҙөлә (Козлов, Е.М.Аксёнов, Н.Д.Сергеева, Т.В.Иванова, 2000).

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: