Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРАН СВИТАҺЫ

Просмотров: 826

СОРАН СВИТАҺЫ, аҫҡы рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. А.И.Иванов тарафынан айырып күрһәтелә (1937). Ултырмалар Иванов (1937, 1956), О.П.Горяинова (1940), В.И.Козлов (1989) һ.б. тарафынан тасуирлана. С.с. ҡатламдары Ямантау антиклинорийының күсәр яны зонаһында (Кесе Ямантау, Ҡараташ, Юша, Юрматау һырттары) киңлеге 2—7 км һәм оҙонлоғо яҡынса 160 км булған өҙлөкһөҙ һыҙат булып һуҙыла. Доломиттарҙан, эзбизташтарҙан, һирәк кварцлы алевролит һәм ҡомташ ҡатыш балсыҡлы һәм углерод- балсыҡлы һәүерташтарҙан тора. Ҡалынлығы 1000—2700 м. Аҫҡы рифейҙың строматолиттарын, микрофитолиттарын һәм микрофоссилийҙарын үҙ эсенә ала. Оло инйәр свитаһында ята, юша свитаһы м‑н ярашып ҡаплана. Минйәк (һирәк йоҡа ҡатламлы углерод‑балсыҡ‑карбонатлы һәүерташ ҡатыш доломиттар һәм эзбизташтар, ҡалынлығы 200—400 м), бирҙеғол (балсыҡлы һәм углерод-балсыҡлы һәүерташтар, йыш ҡына карбонатлы, кварцлы алевролиттар, доломиттар, эзбизташтар, ҡалынлығы 200—400 м), әңгәстәк (эзбизташ һәм доломит ҡатыш кварцлы алевролиттар, балсыҡлы һәүерташтар, доломитлы мергелдәр, ҡалынлығы 250— 800 м), сирҙәүек (кварцлы алевролит һәм һирәк эзбизташ ҡатыш углерод- балсыҡлы һәүерташтар, ҡалынлығы 100—350 м), лапышты (балсыҡлы, йыш ҡына углеродлы һәүерташ ҡатыш эзбизташтар һәм доломиттар, ҡалынлығы 250—750 м) ярым свиталарына бүленә. Көньяҡ Уралдың Баҡалы‑Һатҡы мәғдән р‑ны аҫҡы рифейының стратотипик киҫелештәрендәге һатҡы свитаһының йәш б‑са һәм фациаль аналогы булып тора. С.с. ултырмаларына Исмаҡай магнезит ятҡылығы, Соран флюорит ятҡылығы, тимер мәғдәндәренең Ҡалышты, Юша һ.б. ваҡ ятҡылыҡтары (бөтәһе лә — Белорет р‑ны) тура килә.

Әҙәб.: Г о р я и н о в а О.П., Ф а л ь к о в а Э.А. Геология Инзерского и Зигазино‑Комаровского районов Башкирской АССР //Труды Геологического управления БАССР. Уфа, 1940. Вып.9; Нижний рифей Южного Урала /В.И.Козлов [и др.]. М., 1989.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: