Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САПРОТРОФТАР

Просмотров: 1369

САПРОТРОФТАР (гр. sapros — серек һәм trophe — аҙыҡ, туҡланыу), үле үҫемлектәр, хайуандар һәм уларҙың органик ҡалдыҡтары м‑н туҡланған гетеротроф организмдар. Башҡортостанда киң таралған. С. бактериялар, бәшмәктәр, сапрофиттар (паразит сәскәле үҫемлектәр һәм ҡайһы бер ылымыҡтар) инә, хайуандар араһында С. булып (сапрофагтар) ҡайһы бер бөжәктәр (емтек ҡуңыҙҙары, тиреҫҡуңыҙҙары, күп кенә себендәрҙең ҡарышлауыҡтары һ.б.), селәүсендәр,ҡыҫала һымаҡтар (һыу төбө ҡырын йөҙөүселәре, йылға ҡыҫалалары һ.б.), имеҙеүселәр (мәҫ., һыртландар), ҡоштар (грифтар, ҡоҙғон) тора. Тупраҡтың өҫкө ҡатламында, органик матдәләргә бай булған һыу ятҡылыҡтарында, үҫемлектәрҙә, хайуандарҙа, кеше тиреһендә йәшәй. Сапротроф бактерияларҙы һәм бәшмәктәрҙең туҡлыҡлы матдәләрен күҙәнәктән тыш йәки контактлы аш һеңдереү юлы, иң ябай төҙөлөшлө С. — фаго‑ һәм пиноцитоз юлы м‑н үҙләштерә. Матдәләр әйләнешендә, һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙа,тупраҡ яһалыу процесында ҡатнашалар, кеше тиреһендәге, хайуандарҙағы, үҫемлектәрҙәге С. уларҙы патоген микроорганизмдарҙан һаҡлай, ҡайһы берҙә ауырыуҙар тыуҙыра (сапроноздар).

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019