Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘГӘРЕҮСӘН ПАЛЮСТРИЕЛЛА

Просмотров: 829

ҮҘГӘРЕҮСӘН ПАЛЮСТРИЕЛЛА (Palustriella decipiens), мүк һымаҡтар төрө. Кәүшәк, ҡара-йәшел төҫтәге кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ, ике өйлө, ян‑яҡ емешле мүк. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсән, тарбаҡлы, бейеклеге 3—10 см, ҡыҙыл-көрән төҫтәге ризоид кейеҙ һәм күп һанлы ланцет формаһындағы парафилия (һабаҡтың йәшел үҫентеләре) м‑н ҡапланған. Ботағы ҡыҫҡа, нескә, остары ырғаҡ рәүешле бөгөлгән. Япраҡтары һалынҡы, киң өсмөйөш- йөрәк формаһында, ситтәре бысҡылы. Тамырсығы күренеп тора, япраҡтың осона барып етмәй. Башлыса вегетатив юл м‑н үрсей. Составында эзбиз булған тупраҡта һәм таштарҙа, шишмә һаҙлыҡтарында, тау йылғалары һәм шишмәләре ярҙарында үҫә. Башҡортостан милли паркында, Ҡаратау һырты итәгендә осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: