Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ

Просмотров: 750

ЙӘНӘШ ЯПРАҠ (Zygophyllum), йәнәш япраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, башлыса Евразияла, Африкала, ш. уҡ Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡауырһын Й.я. үҫә. Ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы күп, тармаҡлы, йәйенке, бейеклеге 10—20 см, кәҫлектәр барлыҡҡа килтерәләр. Япрағы яланғас, ҡапма‑ҡаршы, һаплы, ҡауырһын бүлемле, 3—5 пар эллипс рәүешендәге ваҡ япраҡ м‑н. Сәскәләре япраҡ ҡуйындарында 1—2‑шәр, ваҡ, ҡыҙғылт һары, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, каса япраҡсалары һәм таждары 5‑әр, һеркәстәре 10 (ике әйләнәлә), емшәне 1. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — 5 киң ҡанаты булған эре овал‑тумалаҡ формаһындағы ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Далала, ҡоро гипс битләүҙәрендә һәм Башҡортостандың Урал алды (Ауырғазы, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы р‑ндары) ишелмәләрендә үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019