Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОФИТТАР

Просмотров: 1204

ПЕТРОФИТТАР, л и т о ф и т т а р (гр. pétros — таш һәм ...фит), ҡая, тау ишелмәләре йәки йоҡа ҡатламлы тау тупрағында үҫергә яраҡлашҡан үҫемлектәр. П. йыш осраҡта мендәрҙәр, кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә йәки түшәлеп үҫкән форма булып тора. Көпшәле П. өсөн тәрән булмаған, ныҡлы һәм эләктереүсән, битләү буйлап өҫкә йүнәлтелгән тамыр системаһы хас. П. һабағы йыш ҡына ташлы субстратҡа күмелгән йәки ҙур булмаған тәрәнлектә өҫтәлмә тамырҙары булған оҙон йәйелеп үҫкән үренделәр үҫтерә. Күп П. (цианобактериялар, лишайниктар) ҡаяларҙа беренсе булып үҫә башлай, улар бүлеп сығарған продукттар тау тоҡомдарының биол. яҡтан ашалыуын тормошҡа ашыра, был тупраҡ барлыҡҡа килеүҙә ҡатнашҡан башҡа П. (мүк һымаҡтар һәм башҡа ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр) уларҙа урынлашырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан флораһы П. күп өлөшө дала м‑н бәйле (себер суҡмарбашы, ҡанүлән, ҡараған, эфедра һ.б. төрҙәре). Тау тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа ҡуян кәбеҫтәһе, ағас тоҡомдарынан — ҡарағай осрай. Декоратив үҫемлектәр (урал ҡамғағы, урал ҡәнәфере һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡая бүтәгәһе, яр ваҡ күстерәһе һ.б.), баллы үҫемлектәр (суҡлы шалфей, ялан йәнүләне һ.б.) һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 100‑ҙән ашыу П. индерелгән (Карелин астрагалы, ҡал ҡамғағы һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар (Гельм астрагалы, урал ҡәнәфере һ.б.), реликттар (себер патринияһы, башҡорт ҡыйыҡтажы һ.б.). Бөрсөклө глобулярия, Разумовский тәңкәғуҙағы, шырт төклө еҙүлән РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. Шулай уҡ ҡара: Ксерофиттар.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023