Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИДОПЛИЧКО Николай Макарович

Просмотров: 887

ПИДОПЛИЧКО Николай Макарович (21.3.1904, Подольск губернаһы Казацкое а. – 27.3.1975, Киев ҡ.), миколог. Украина ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы. (1957). Фәнни хеҙмәттәре ҡыяҡлы иген бөртөктәренең, ҡоро мал аҙыҡтарының микрофлораһы, бәшмәктәрҙең систематикаһы, флораһы, экологияһы һәм физиологик әүҙемлеге проблемаларына арналған. Микотоксикоздарҙы, антибиотиктарҙы өйрәнгән. Украина ССР‑ы ФА‑һы Өфөгә эвакуацияланыуы осоронда (1942—43) Зообиология институтында эшләй. П. ҡатнашлығында культуралы ҡыяҡлыларҙың орлоҡтарында һәм ҡоро мал аҙыҡтарында үҫешкән бәшмәктәрҙең септик ангина һәм Уралдағы а.х. малдарының ауырыуҙары этимологияһындағы ролен билдәләү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелгән. П. тарафынан тәүге тапҡыр бәшмәктәрҙең бер нисә яңы таксоны тасуирланған, игенде таҙартыу һәм уның ашарға яраҡлы булыуы буйынса тәҡдимдәр эшләнгән. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022