Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПИРЕТРУМ

Просмотров: 545

ПИРЕТРУМ (Pyrethrum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ҡалҡанлы П. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы яңғыҙар, төҙ, тармаҡлы, яланғас йәки икегә бүленгән төктәр м‑н ҡапланған, бейеклеге 30—120 см. Япрағы аҙ һанлы (аҫҡыһы — һаплы, өҫкөһө — ултырма), оҙонса йәки ланцет формаһында, ҡауырһын һымаҡ бүленгән; һәр яҡтан 10—20 оҙонса, ҡауырһын‑көрәкле йәки ҡауырһын һымаҡ бүленгән ян‑яҡ сегменттары бар. Кәрзиненең (ҡалҡансыҡтарға йыйылған) диам. 8—14 мм, сынаяҡ аҫты формаһында, урамаһы йомортҡа‑ланцет формаһында, йәшкелт төҫтә, ситтәре аҡ йәки көрәнһыу. Кәрзиненең тышҡы сәскәләре тел япраҡлы аҡ төҫтә, үҙәк сәскәләре — көпшәле һары төҫтә. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — оҙонса орлоҡса. Башлыса болонда, болонло далала, урманда һәм урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы, декоратив үҫемлек, инсектицид.

Л.Н.Миронова, Г.В.Шипаева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019