Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы

Просмотров: 1453

ТИМЕРБУЛАТОВ Вил Мәмил улы [1.6.1952, БАССР‑ҙың Маҡар районы Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай районы)], хирург. РФА‑ның (2014), Рәсәй медицина ФА‑ның (2005) мөхбир ағзаһы, БР ФА академигы (2009), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2005), БР‑ҙың (1991), Ингушетия Республикаһының (2009) атҡаҙанған табибы, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Благовещен ҡ. үҙәк дауаханаһында, Өфө ҡ. 8‑се дауаханаһында эшләй. 1982 й. алып БДМУ‑ла: 1988 й. башлап өҫтәлмә профессиональ белем биреү институтының эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһы мөдире, 1994–2011 йй. — ректор; бер үк ваҡытта 1991—94 йй. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, 1993 й. алып Республика эндоскопия үҙәге етәксеһе, 1995—2003 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы Вәкилдәр палатаһының Мәғариф, фән, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, 2008 й. башлап БР ФА‑ның Медицина фәндәре һәм һаулыҡ һаҡлау бүлеге академик-секретары. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ағзалары хирургияһы (ш. иҫ. миниинвазив һәм кисектергеһеҙ), колопроктология, хирургик инфекциялар мәсьәләләренә, йәбешмә ауырыуы, панкреатит, парапроктит, перитонит, сей яра ауырыуы, үт ташы ауырыуы, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеге, йыуан эсәктең дивертикуляр ауырыуы һ.б. менән сирлеләрҙе диагностикалау, комплекслы дауалау һәм реабилитациялау ысулдарын эшләүгә арналған. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын хирургияла диагностикалау һәм дауалауҙың юғары технологиялы миниинвазив ысулдарын эшләү буйынса ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. БР хирургтары ассоциацияһы президенты (1993 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—4‑се саҡырылыш депутаты. 1999—2006 йй. БР‑ҙың Президент Советы ағзаһы. “Медицинский вестник Башкортостана” (“Башҡортостандың медицина хәбәрҙәре”) журналының баш мөхәррире (2006 й. алып). Рәсәй медицина ФА‑ның А.Н.Бакулев исемендәге премияһы лауреаты (2004). Дуҫлыҡ (2013), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012), Салауат Юлаев (2007), Григорий Аксаков (2020) ордендары менән бүләкләнгән.

 Х е ҙ м.: Профилактика гнойно‑септических осложнений в хирургии. М., 2003 (авторҙ.); Хирургия абдоминальных повреждений. М., 2005 (авторҙ.); Диагностика и лечение осложнённой дивертикулярной болезни ободочной кишки. М., 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.02.2024
Шәхестәр:
Связанные статьи: