Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРБУЛАТОВ Мәхмүт Вил улы

Просмотров: 1148

ТИМЕРБУЛАТОВ Мәхмүт Вил улы (24.1.1974, Өфө ҡ.), хирург. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2018), БР ФА профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2018). В.М.Тимербулатовтың улы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй (2010 й. алып факультет хирургияһы кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы, ҡорһаҡ арты арауығы ағзаларының ауырыуҙары һәм зарарланыуы ваҡытында лапароскоп ярҙамында һәм ағзаларҙы һаҡлап ҡалған операциялар яһау ысулдарын эшләүгә, йыуан эсәк ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Т. ҡатнашлығында талаҡтың, бөйөр өҫтө биҙҙәренең зарарланыуы һәм ауырыуҙары ваҡытында уларҙы һаҡлап ҡалған һәм эндохирургик операция ысулдары, үт юлдары декомпрессияһын бөтөрөүҙә операция алымдары һ.б. эшләнә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007), БР ФА‑ның Ғ.Х.Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты. 

 Х е ҙ м.: Травматические повреждения печени и селезёнки. М., 2015 (авторҙ.); Дивертикулярная болезнь ободочной кишки. М., 2016 (авторҙ.); Оперативная лапароскопия: основы безопасности миниинвазивных вмешательств в абдоминальной хирургии. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023