Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОКСИКОЛОГИЯ

Просмотров: 1234

ТОКСИКОЛОГИЯ (гр. toxicon — ағыу һәм ...логия), ағыуҙарҙың физик, химик һәм биол. үҙенсәлектәрен, уларҙың тере организмдарға, экосистемаларға тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнгән һәм ағыуланыуҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән фән. Теоретик (организм һәм ағыуҙарҙың үҙ‑ара тәьҫир итешеү үҙенсәлектәрен өйрәнә), клиник (кешегә ағыулы матдәләр тәьҫире сәбәпсе булған ауырыуҙарҙы тикшерә), профилактик (химик матдәләрҙең хәүефлелек дәрәжәһен һәм кешене уларҙың ағыулы тәьҫиренән һаҡлау ысулдарын өйрәнә) һ.б. Т. айырыла.

Медицина Т. Башҡортостанда Т. үҫеше нефть ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлауға бәйле. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) 20 б. 40‑сы йй. аҙ. алып юғары көкөртлө нефтте сығарыу һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән, ш. иҫ. киҫкен һәм хроник ағыуланыуҙар булғанда, эшселәрҙең һаулыҡ торошо анализлана (З.Ш.Заһиҙуллин, Д.Н.Лазарева, Н.И.Савченко, В.А.Самцов, Ғ.Н.Тереғоловһ.б.). 50‑се йй. уртаһынан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) Ғ.М.Мөхәмәтова етәкс. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия синтезы продукттарының организмға йоғонтоһо өйрәнелә; 1956 й. сәнәғәт Т. б‑са лаб. ойошторола (З.Я.Лагно, Г.А.Михайлец, З.Х.Филиппова һ.б.). 60—70‑се йй. БДМИ‑ла көкөрт органик берләшмәләрҙең, көслө тәьҫир иткән ағыулы матдәләрҙең токсик үҙенсәлектәре тикшерелә, антидот терапияһы ысулдары эшләнә (Н.Т. Бикбулатов, В.А.Мышкин); НИИнефтехимда Э.Р.Уждавини етәкс. нефть сульфидтарының, метилтиофендың, хлортиофендың һ.б. ағыулы үҙенсәлектәре өйрәнелә (Т.Ф.Батырова, В.Г.Гилёв һ.б.), 70‑се йй. БДМИ‑ла һәм Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда токсиканттарҙың организмға комплекслы йоғонтоһо тикшерелә, нефтехимия продукттарының һауаға, һыуға, тупраҡҡа тәьҫир итеүенең хәүефһеҙ кимәлдәре билдәләнә (Г.З.Бәхтизина, М.А.Ғәлиев, О.Н. Дубинина, Г.Г.Максимов, Ф.Ғ.Мырҙаҡаев, Л.О.Осипова); нефтехимия синтезы, нефть эшкәртеү продукттары, көкөртлө газ ҡатышмалары һ.б. арҡаһында барлыҡҡа килгән интоксикацияларҙың төрлө формалары м‑н ауырығандарҙың хеҙмәткә яраҡлы булыуына экспертиза һәм реабилитация мәсьәләләре өйрәнелә (Ф.Д. Булатова, Л.М.Карамова, З.С. Тереғолова һ.б.), биомөхиттәрҙә токсиканттарҙы билдәләү ысулдары эшләнә (Л.Л.Брагинская, Л.И.Софьина һ.б.). 80—90‑сы йй. сәнәғәт производствоһы шарттарында канцероген хәүеф критерийҙары билдәләнә (Р.Б. Ибәтуллина, Н.И.Симонова), зарарлы химик матдәләр тәьҫир иткәндә һөнәри хәүефте кәметеү б‑са саралар камиллаштырыла (Г.Р.Бәшәрова, Н.Н.Егорова, Т.Р.Зөлҡәрнәев, Л.Ҡ. Кәримова, Л.Б.Овсянникова һ.б.). Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда А.Б.Бәкеров етәкс. 1997 й. башлап насар экологик‑һөнәри факторҙарҙы эксперименталь төҙәтеү, химия тәьҫирендә индуцирланған патология төрҙәрен моделләштереү, организмды ағыуһыҙландырыуҙың антиоксидант механизмдарын көсәйткән препараттар эҙләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Ибәтуллина, Мышкин һ.б.); ксенобиотиктарҙың токсик һәм метатоксик тәьҫире патогенезында окисландырыусы стрестың роле тикшерелә; мониторингылау өсөн токсиканттар һайлап алыу критерийҙары эшләнә (Л.И. Трубникова). 1985 й. алып Өфөнөң 21‑се дауаханаһы базаһында киҫкен ағыуланыуҙарҙы дауалау бүлеге; Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда 1995 й. башлап мәғлүмәт‑консультатив токсикология үҙәге, 1998 й. — Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия продукцияһына санитария‑гигиена экспертизаһы үҙәге эшләй. 1996 й. БДМУ‑ла клиник Т. һәм һөнәри ауырыуҙар каф. асыла.

Ветеринария Т. Респ. 20 б. 50‑се йй. алып ветеринария‑токсикология, ветеринария‑санитария экспертизаһы, дәүләт ветеринария контроле лабораторияларында мал аҙыктарына, патологик материалға, малсылыҡ продукттарына һ.б. токсикологик тикшереүҙәр үткәрелә. 60‑сы йй. башлап Аграр университетта (М.М. Ғәниев, В.Д.Недорезков һ.б.) һәм Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында (Р.Б.Вәлитов, В.Д.Симонов һ.б.) гербицидтарҙың, пестицидтарҙың, үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрҙең, фунгицидтарҙың һ.б. ағыулы тәьҫиренә баһа бирелә. 90‑сы йй. алып БДАУ‑ҙа интоксикациялар ваҡытында хайуандарҙың ағзаларына морфофункциональ тикшереү (В.Н. Байматов, Е.С.Волкова, Р.Ф. Ғәниева, И.Р.Килмәтова һ.б.), 2000 й. башлап А.Ф.Исмәғилева етәкс. пиримидин, глицирризин к‑таһы һ.б. яңы сығарылмаларына токсикологик тикшереү үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Гигиена, Экология.

А.Ф.Исмәғилева, Г.Г.Максимов, З.С.Тереғолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019