Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕРИГМА

Просмотров: 684

СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда кейеҙ С. үҫә. Һоро кейеҙ кеүек ҡуйы йөнтәҫ йондоҙға оҡшаған төктәрҙән торған бер йыллыҡүлән. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 20— 40 см. Япрағы һаплы, оҙонса, ҡауырһын һымаҡ айырсалы йәки бүленешле, ланцет формаһындағы өлөштәре бар, киртләсле йәки шыма ситле тиерлек. Каса япраҡсаһы оҙонса, һары төҫтәге таж япрағынан ике тапҡыр ҡыҫҡараҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ваҡ киҫәктәргә таралған цилиндр формаһындағы ҡуҙаҡ, июндәөлгөрә. Үҫемлектәр япмаһы боҙолған далаларҙа, балсыҡлытатырлы һәм ҡомло урындарҙа үҫә (Ейәнсура рны Үрге Һарыбил, Юлдыбай аа.). БРҙыңҠыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда кейеҙ С. үҫә. Һоро кейеҙ кеүек ҡуйы йөнтәҫ йондоҙға оҡшаған төктәрҙән торған бер йыллыҡүлән. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 20— 40 см. Япрағы һаплы, оҙонса, ҡауырһын һымаҡ айырсалы йәки бүленешле, ланцет формаһындағы өлөштәре бар, киртләсле йәки шыма ситле тиерлек. Каса япраҡсаһы оҙонса, һары төҫтәге таж япрағынан ике тапҡыр ҡыҫҡараҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ваҡ киҫәктәргә таралған цилиндр формаһындағы ҡуҙаҡ, июндәөлгөрә. Үҫемлектәр япмаһы боҙолған далаларҙа, балсыҡлытатырлы һәм ҡомло урындарҙа үҫә (Ейәнсура рны Үрге Һарыбил, Юлдыбай аа.). БРҙыңҠыҙыл китабына индерелгән. А.Ә.Мулдашев Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: