Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УҠЪЯПРАҠ

Просмотров: 525

УҠЪЯПРАҠ (Sagittaria), көтөүсе ҡумыҙы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, башлыса Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда ябай У. үҫә. Бер өйлө күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30—100 см. Тамырһабағы ҡыҫҡа, суҡлы, остарында бүлбегә оҡшаш бөрөләре булған оҙонса үренделәре бар. Сәскә һабы 3 ҡырлы. Япрағы тамыр яны розеткаһында урынлашҡан: һыу өҫтө япраҡтары — ланцет, овал йәки уҡ формаһында, һаплы; һыу аҫтындағылары — ҡыяҡлы, тупаҡ, үтә күренмәле, параллель тамырсыҡтары бар, ултырма; йөҙөүсе япраҡтары — оҙонса‑ланцет, йомортҡа йәки эллипс формаһында, оҙон һаплы. Сәскәләре аҡ, төбө ҡуйы шәмәхә төҫөндә, ос япраҡтары ҡуйынында 3‑әрләп йыйылған, инә сәскәләр (1—2 аҫҡы суҡты тәшкил итә) — ҡыҫҡа, аталары оҙон сәскә һаптарында урынлашҡан. Суҡтары һирәк тәлгәшкә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — күп сәтләүекле, авг.—сент. өлгөрә. Йылғаларҙың, күлдәрҙең, быуаларҙың һай урындарында үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Составында дитерпеноидтар, стероидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Мал аҙығы үҫемлеге (сусҡалар, ондатралар, һыу ҡоштары өсөн); бүлбегә оҡшаш бөрөләре ашарға яраҡлы.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019