Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРШАЛҠАН

Просмотров: 953

ҠЫРШАЛҠАН (Barbarea), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Европала, Азияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҙ тармаҡлы, яланғас йәки бер аҙ төклө, бейеклеге 20—100 см. Күп осраҡта аҫҡы япрағы лира рәүешендә, өҫкөһө — бөтөн, кире йомортҡа формаһында, тупаҡ, осло йәки уйымлы‑эре киртләсле. Сәскәһе һары, тәлгәштәрҙә. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 ҡырлы пәрҙәле ҡуҙаҡ, июнь—авг. өлгөрә. Болондарҙа, аҡландарҙа, сәсеүлектәрҙә, юл буйҙарында үҫә. Дуға һымаҡ Ҡ. — респ. төньяҡ райондарында, тура Ҡ. һәм ябай Ҡ. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек осрай. Мал аҙығы үҫемлектәре, баллы үҫемлектәр, ашарға яраҡлы үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, майлылығы юғары булған майҙар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Орлоғо йорт хайуандары өсөн ағыулы.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: