Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУСӘСӘК

Просмотров: 524

ҺЫУСӘСӘК (Butomus), һыусәсәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Сатырлы Һ. ғибәрәт, Европала һәм Азияның уртаса бүлкәтендә таралған. Үрмә тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән кеүек һыу үҫемлеге. Һабағы уҡҡа оҡшаған, бейеклеге 50—150 см. Япрағы розеткалы, күп һанлы, тар ҡыяҡ, аҫҡы өлөшөндә өс ҡырлы, төбөндә — еңсәле, оҙонлоғо 1 м тиклем. Сәскәһе аҡһыл ал төҫтә, күп һанлы, сатыр рәүешле сәскәлектә урынлашҡан.

Сатырының ҡаплама япраҡтары өсмөйөшлө ланцет формаһында, осло. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бер оялы күп орлоҡло япраҡ, авг.—сент. өлгөрә. Һай урындарҙа, быуа, иҫке үҙән, йылға, күл ярҙарында, канауҙарҙа үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарынан тыш респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Составында крахмал, углеводтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Баллы, декоратив, мал аҙығы үҫемлеге (йылға ҡондоҙо, ондатра, һыу ҡоштары өсөн). Сүсле үҫемлек, япрағы үреү өсөн материал булараҡ файҙаланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019