Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕЙЕҘ ҮЛӘН

Просмотров: 569

КЕЙЕҘ ҮЛӘН (Filaginella), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡалпаҡлы К.ү. һәм урыҫ К.ү. үҫә. Кейеҙ һымаҡ йөнтәҫ һоро йәки аҡһыл бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, нескә, тармаҡлы, бейеклеге 4—20 см. Япраҡтары бөтөн, шыма ситле; клобук К.ү. — оҙонса йәки ҡыяҡ‑ланцет, осло, урыҫ К.ү. — ҡыяҡ‑эллипс формаһында, өҫкө өлөшө ҡырҡа осланған. Кәрзиндәре ваҡ, нигеҙе янында япраҡланған йомғаҡ һымаҡ дөйөм сәскәлектәрҙә, һабаҡтың осонда һәм уның ситке ботаҡтарында тығыҙ итеп йыйылған. Урамаһының япраҡсалары ҡатлы- ҡатлы 2—3 рәт булып урынлашҡан, тышҡылары — йомортҡа формаһында, иң оҙон эске киң ланцет формаһындағыларҙан 2 тапҡырға тиерлек ҡыҫҡараҡ. Кәрзиненең түшәге яҫы, сәскә ҡолаҡсындары юҡ. Күп һанлы ситке (инә) сәскәләр асыҡ көрән төҫтә йәки төҫһөҙ, таждарының 2—4 тешсәләре һәм ныҡ сығып торған емешлек бағанаһы м‑н, эскеләре (ике енеслеләр) — асыҡ көрән йәки тоноҡ һары 5 тешле таж м‑н. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — мурт төктәрҙән торған өлпөлө яланғас йәки ҡыҫҡа йөнлө тар эллипс формаһындағы орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Һаҙлыҡтарҙа, яр буйындағы ҡомлоҡтарҙа һәм ҡырсынташтарҙа, юл янында үҫә; башлыса Башҡортостан Урал алдының һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының урманлы райондарында таралған. Составында витаминдар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, медицинала һәм ветеринарияла ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019