Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ

Просмотров: 1540

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ (Sympetrum pedemontanum), энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты үтә күренмәле, осонда киң һоро һыҙат бар. Йомортҡаларын осоп барғанда дымлы тупраҡҡа йәки һыуға һала. Тулы булмаған әүерелеш хас. Балағорттары йөнтәҫ йәки яланғас. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Балағорт ҡышлай. Имагоның осоп сығыу ваҡыты — июль уртаһынан сентябргә тиклем. Көндөҙ әүҙем. Оло заттар һәм балағорттар бөжәк һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡлана. Имаго йылға, шишмә янында, урман ситендә, балағорт — һыу буйында йәшәй. БР‑ҙың бөтә территорияһында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.11.2022