Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭНӘҒАРАҠТАР

Просмотров: 1158

ЭНӘҒАРАҠТАР (Odonata), бөжәктәр отряды. 4500‑ҙән ашыу төрө билдәле; Башҡортостанда 9 ғаиләгә ҡараған 60‑тан ашыу төрө осрай. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм урынлашыуы һ.б. үҙенсәлектәре буйынса Э. 3 ярым отрядҡа бүленә: тигеҙ ҡанатлылар (матурҡастар, ҡанһыҙҙар, уҡ һымаҡтар һ.б. ғаиләләр), төрлө ҡанатлылар (йылға Э., көйәнтә һымаҡтар, ысын Э. һәм башҡалар), төрлө тигеҙ ҡанатлылар (бер төркөм менән бирелгән). Кәүҙә оҙонлоғо — 13 см тиклем. Кәүҙәһе һомғол, зәңгәр, йәшел, һары төҫтә, ҡайһы берҙә металл кеүек ялтыр (ата бөжәктәр сағыуыраҡ). Башы ҙур, хәрәкәтсән, күк, йәшел йәки ҡыҙыл төҫтәге ҙур һәм 3 ябай түбә күҙҙәре бар. Мыйыҡтары ҡыҫҡа, төк һымаҡ, 4—7 быуынтыҡлы. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Ҡорһағы (1,4—12 см) оҙонса, осонда парлы өҫкө һәм парһыҙ аҫҡы үҫентеләре (инә бөжәктәрҙеке юҡ) — өҫтәмәләре була. Ҡанаттары ҙур, селтәр епсәле, үтә күренмәле йәки буялған (күҙсәле беренсе пары — птеростигма менән). Аяҡтары төклө, һуңғы пары оҙонораҡ. Ата бөжәктәрҙең икенсел копулятив аппараты бар. Осош ваҡытында аталана. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле. Йомортҡаларын (200—1600 дана) сәнскеле йомортҡа һалғыс ярҙамында һыуға йәки һыу үҫемлектәре туҡымаларына, һирәгерәк тупраҡҡа һала. Ҡарышлауыҡтарының (нимфа, йәки наяда; 25 тапҡырға тиклем төләй) яҡшы үҫешкән ауыҙ ағзалары һәм ныҡ сығып торған аҫҡы ирене бар; йыл дауамында, эре Э. ҡарышлауыҡтары — 2—4 йыл эсендә үҫешә. Айғолаҡтар ярҙамында тын ала. Тигеҙ ҡанатлылар ҡарышлауыҡтарының айғолаҡтары трахеялы (ҡойроҡ үҫентеләрендә урынлашҡан), төрлө ҡанатлыларҙыҡы — ректаль (тура эсәктең көбөндә була). Республика шарттарында йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡарышлауыҡтары ҡышлай. Көндөҙ әүҙем, май—сентябрҙә оса. Э. ҡарышлауыҡтары һыу бөжәктәренең, серәкәйҙәрҙең, себендәрҙең ҡарышлауыҡтары, ҡыҫала һымаҡтар, ҡайһы берҙә сүмесбаштар, балыҡ селбәрәләре; оло бөжәктәр — серәкәйҙәр, күгәүендәр һ.б. менән туҡлана. Ҡан һурыусы бөжәктәрҙең һанын көйләй, Э. ҡарышлауыҡтары менән балыҡтар туҡлана. Һаҡсы‑император БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, нәҙек ҡойроҡло энәғараҡ һәм билдәш энәғараҡ — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.12.2022